«Йәшлек» гәзите » Спорт » Команда уйнамағас, ҡапҡа һаҡсыһы нимә эшләһен?..



27.09.2011 Команда уйнамағас, ҡапҡа һаҡсыһы нимә эшләһен?..

Юлаевсылар Хабаровскиҙан еңелсә ҡайтырға булды. Тәүге уйында «Амур»ҙы 4:2 иҫәбенә отҡас, икенсеһендә хужаларға 1:3 иҫәбенә еңелеп, урындағы көйәрмәндәренә «күңелле ял» көнө бүләк итте.
Ғөмүмән, «Салауат Юлаев» хоккейсылары һуңғы ике миҙгелдә алыҫ төбәктәрҙән өс мәрәйҙән дә артыҡ йөк менән ҡайтҡаны юҡ. Был юлы ла беҙҙекеләр өйрәнгән ғәҙәтенән тайпылманы. ҡапҡа һаҡсыбыҙ Эрик Эрсберг та быға булышлыҡ иткән һымаҡ тойолдо. Дәғүәсенең һуҡҡан өс шайбаһы ла тоторлоҡ һымаҡ ине. Әлбиттә, уны ғәйепләгәндән түгел, бында уйынсыларҙың да ғәйебе бар. Сөнки улар тырышмай икән, ниндәй һөҙөмтә булһын? Шуға ла «Амур» командаһы, булған мөмкинлеген оҫта файҙаланып, лайыҡлы еңеү яуланы.
Хәҙер Сергей Михалевтың тәрбиәләнеүселәре, алты осрашыуҙан һуң 11 мәрәй яулап, үҙ дивизионында «Авангард» менән беренсе-икенсе урындарҙы бүлешә. Шулай уҡ был көндө ҡаҙандың беренсе урын­ға дәғүә иткән «Аҡ барс» клубы ла, ҡунаҡта Новокузнецкиҙың «Металлург»ынан һуңғы минутта ҡапҡаһына гол үткәртеп, өс мәрәйен юғалта. Хужалар уларҙы 4:3 иҫәбенә еңә. Магнитогорскиҙың «Металлург» хоккейсылары ла ҡунаҡтарға мәрәй бүләк итә. Улар «Северсталь» командаһына 2:5 иҫәбенә отола. Быға тиклем өфөләрҙе еңгән «Себер» уйынсылары, «Нефтехимик»ҡа хәле етмәй, уларға 1:4 иҫәбенә бирелде. «Югра» «Витязь» командаһының һуғыш суҡмарҙарын 1:0 иҫәбенә отһа, яңы һулыш алған «Торпедо» командаһы «Автомобилист»ы 5:1 иҫәбенә ҡыйратты.
Әлегә турнир таблицаһында дөйөм хәл ошолай: СКА, «Динамо» (Мәскәү) һәм «Торпедо» командалары 12-шәр мәрәй менән беренсе-өсөнсө урындарҙы бүлешһә, «Авангард», «Салауат Юлаев» менән «Динамо» (Минск), 11-шәр мәрәй яулап, дүртенсе-алтынсы баҫҡыста килә. Иң аҫта «Лев» (1 мәрәй), «Витязь» менән «Автомобилист» иҫәбендә – 3-шәр мәрәй.
Кисә юлаевсылар Новокузнецкиҙа «Металлург» менән уйнаны.

* * *
Өфөнөң «Ағиҙел» ҡатын-ҡыҙҙар командаһы, бы­йыл­ғы миҙгелдә икенсе тапҡыр еңеү яулап, киләсәктә уңышҡа өмөт бағлай. Сөнки уҙған миҙгелдә улар­ҙың Рәсәй беренселегендә бер ҙә еңеү шатлығын ки­сергәне булманы. Был юлы улар «Спар­так–Меркурий» (Екатеринбург) ҡыҙҙарын 5:3 иҫәбенә еңеп, турнир таблицаһының өсөнсө баҫҡысына үрләне.
Н. ТИМЕРОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға