«Йәшлек» гәзите » Спорт » Баҫ стартҡа – сәләмәт тормошҡа!



27.09.2011 Баҫ стартҡа – сәләмәт тормошҡа!

Баш ҡалабыҙ Өфөлә, йылдағыса, Бөтә Рәсәй «Милләттәр кросы – 2011» уҙҙы
Баҫ стартҡа – сәләмәт тормошҡа!
Йәкшәмбелә Өфө ҡалаһының Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры алдына олоһо ла, кесеһе лә йыйылды. «Был ниндәй оло байрам, кесе туй?» – тип аптыранғандар ҙа булыр. Инде матур йолаға әүерелгән Бөтә Рәсәй «Милләттәр кросы – 2011» уҙҙы. Ул, йылдағыса, баш ҡаланың бөтә спорт һөйөүселәрен берләштерҙе. Сара РФ Спорт, туризм һәм йәштәр сәйәсәте министрлығы, Бөтә Рәсәй Еңел атлетика фелерацияһы тарафынан ойошторолған.
Халыҡты спорт, мәғариф һәм һаулыҡ һаҡлау министрҙары Александр Никерин, Әлфис Ғаязов һәм Георгий Шебаев сәләмләне. Әйткәндәй, улар, сәләмәт тормош яҡлы булыуҙарын дәлилләп, крос­та йүгерҙе.
“Виа Чаппа” рэп-төркөмө, спорт инструктор­ҙары халыҡ алдында сығыш яһаны. Грек музыкаһы ритмына барыһы ла тәндәрен яҙып, йүгереүгә әҙерләнде. Төш мәлендә старт бирелде. Һәм бөтә халыҡ алға уҡталды. Ярыш трассаһы Зәки Вәлиди урамы – Аксаков урамы – Пушкин урамы – Театр урамы маршруты буйынса ине.
Кроста балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре ата-әсәләре менән, мәктәп уҡыусылары, студенттар, спортсылар, Өфө предприятиелары һәм ойошмалары хеҙмәткәрҙәре, VIP-ҡунаҡтар, етәкселәр айырым-айырым төркөмдәрҙә ҡатнашты. Олимпия чемпиондары, спорт ветерандары ла саранан ситтә ҡалманы.
Тиҙҙән “Милләттәр кросы – 2011” Стәрлетамаҡ, Октябрьский, Нефтекама, Салауат, Күмертау, Белорет, Туймазы, Сибай ҡалаларында старт аласаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға