«Йәшлек» гәзите » Спорт » Рәсәй – чемпион!



13.09.2011 Рәсәй – чемпион!

йәки Кем белә, бәлки, төп уйында ла еңергә күп ҡалмағандыр
Рәсәй – чемпион!
Италияла уҙған пляж футболы буйынса донъя беренселегендә Рәсәй йыйылма командаһы үҙ тарихында башлап ҙур еңеү яулап, төп призды яуланы. Улар финалда футбол иле – Бразилия уйынсыларын 12:8 иҫәбенә отоп, ошо хоҡуҡҡа эйә булды. Өсөнсө урынға Португалия футболсылары сыҡты. Әлеге уйын тарихына килгәндә, чемпионат 1995 йылдан уҙғарыла башлай. Унда Бразилия командаһы беренсе чемпион була. Улар, хатта ете йыл рәттән алдынғылыҡты бирмәй, еңеүсе булып таныла. Ғөмүмән, беренселектә, уларҙан тыш, 2001 йылда – Португалия һәм 2005 йылда Франция футболсылары юғары баҫҡысҡа күтәрелә. Ниһайәт, был юлы Рәсәй уйынсылары ошо ҡыуанысты кисерҙе.
Киләһе чемпионат 2013 йылда уҙасаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға