«Йәшлек» гәзите » Спорт » Рәсәй атлеттары СССР рекордын ҡабатланы



06.09.2011 Рәсәй атлеттары СССР рекордын ҡабатланы

Кореяла уҙған еңел атлетика буйынса донъя беренселегендә Рәсәй йыйылма командаһы, дөйөм миҙалдар һаны буйынса АҡШ-тан ҡала икенсе һөҙөмтә күрһәтеп, СССР рекордын ҡабатланы. Беҙҙең спортсылар бөтәһе туғыҙ алтын, дүрт көмөш һәм ете бронза миҙал яулаһа, американдар 12 алтын, һигеҙ көмөш менән биш бронзаға эйә булды. Рәсәй тарихына килгәндә, беҙҙекеләр ошо уҡ беренселектә 2003 һәм 2007 йылдарҙа етешәр алтын миҙал яулағайны.
Рәсәй спортсыларынан юғары уңышҡа Валерий Борчин, Ольга Каниськина /спорт атлауы/, Татьяна Чернова /етеалыш/, Юлиә Зарипова /3000 метр араға ҡаршылыҡтар аша йүгереү/, Мария Абакумова /һөңгөнө алыҫлыҡҡа ырғытыу/, Анна Чичерова /бейеклеккә һикереү/, Сергей Бакулин /спорт атлауы/, Татьяна Лысенко /молотты алыҫлыҡҡа ырғытыу/ һәм Мария Савинова /800 метр араға йүгереү/ өлгәште.
Н. ТИМЕРОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға