«Йәшлек» гәзите » Спорт » Еңеү генә Европаға юл асасаҡ



06.09.2011 Еңеү генә Европаға юл асасаҡ

Рәсәйҙең футбол буйынса йыйылма командаһы бөгөн үҙ төркөмөндә Европа беренселегенә эләгеү өсөн иң әһәмиәтле уйындарының береһен үткәрәсәк. Улар төркөмдәш Ирландия командаһын ҡабул итә. Сөнки беҙ ота ҡалһаҡ, юғары урынды һаҡлап ҡаласаҡбыҙ. Әлегә турнир таблицаһы ошолай:

У Е-ү Т.и. Е-леү Т. М

1. Рәсәй 7 5 1 1 10 – 4 16
2. Ирландия 7 4 2 1 11 – 6 14
3. Словакия 7 4 2 1 6 – 4 14
4. Әрмәнстан 7 3 2 2 13 – 7 11
5. Македония 7 1 1 5 5 – 9 4
6. Андорра 7 0 0 7 1 – 16 0

Әлеге дәғүәсе менән осрашыуҙар тарихына килгәндә, рәсәйҙәр ирландтар менән алты тапҡыр уйнап, өсөһөндә еңгән /0:2, 4:2, 2:3/, ике тапҡыр 0:0 һәм 1:1 иҫәбенә таралышып, бер тапҡыр 2:0 иҫәбенә отола.
Ошо осрашыуҙан һуң Рәсәй футболсыларына үҙ төркөмөндә ике уйын ғына үткәрергә ҡала: Словакия менән ҡунаҡта һәм Андорра уйынсылары менән үҙ майҙанында.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға