«Йәшлек» гәзите » Спорт » Әлегә уйнарға ла уйнарға…



27.08.2011 Әлегә уйнарға ла уйнарға…

«Өфө» футбол командаһы, ниһайәт, ике уйын рәттән еңеү яулап, көйәрмәндәрен ҡыуандырҙы. Башта улар «Октан» футболсыларын 1:0 иҫәбенә отоп ҡайтарғас, ҡунаҡта «Сызрань – 2003» клубын 2:0 иҫәбенә еңде. Был уңыш Андрей Канчельскистың тәрбиәләнеүселәренә турнир таблицаһының дүртенсе баҫҡысына күтәрелергә форсат бирҙе.
Иртәгә «Өфө», сәфәрен дауам итеп, Киров ҡалаһында урындағы «Динамо» командаһы менән уйнаясаҡ. Учалының ошо уҡ дивизионда сығыш яһаған «Горняк» клубы уйынсылары, лидер­ҙарҙың береһе – «Волга» /Ульяновск/ клубы менән уның яланында 2:2 иҫәбенә уйнаны.
Ғөмүмән, быйылғы яңы форматта уҙғарылған беренселек киләһе йылдың 5 июнендә генә тамамланасаҡ. Командаларға әле 20 тур үткәрәһе бар. Ә инде быйылғыһында 11 тур ҡалды.
Әлегә беҙ һеҙҙең ҡарамаҡҡа 27 авгусҡа ҡарата Урал – Волга буйы төбәгенең икенсе дивизион командаларының турнир таблицаһын бирәбеҙ.

К У Е-ү Т. Е-леү Т. М.
1. «Нефтехимик»
/Түбәнге Кама/ 19 14 2 3 35 – 14 44
2. «Волга»
/Ульяновск/ 19 12 2 5 28 – 16 38
3. «Горняк» /Учалы/ 19 10 7 2 32 – 16 37
4. «Өфө» /Өфө/ 19 9 8 2 15 – 6 35
5. «Челябинск»
/Силәбе/ 19 9 6 4 19 – 12 33
6. «Академия»
/Тольятти/ 19 8 5 6 28 – 16 29
7. «Тюмень» /Төмән/ 19 7 6 6 24 – 20 27
8. «Химик»
/Дзержинск/ 19 7 5 7 20 – 21 26
9. «Октан» /Пермь/ 19 7 3 9 22 – 22 24
10. «Сызрань – 2003»
/Сызрань/ 19 6 5 8 14 – 22 23
11. «Рубин – 2» /ҡаҙан/ 19 5 2 12 19 – 27 17
12. «Зенит-Ижевск»
/Ижевск/ 19 4 5 10 21 – 28 17
13. «Динамо» /Киров/ 19 3 2 14 10 – 35 11
14. «Носта»
/Новотроицк/ 19 1 4 14 7 – 39 7







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға