«Йәшлек» гәзите » Спорт » Ҙур спорт тирәләй



23.08.2011 Ҙур спорт тирәләй

Бразилияға етеп булмаҫ, ахыры…
Ҙур спорт тирәләй
20 йәшкә тиклемге үҫмерҙәр араһында футбол буйынса донъя беренселеге үтте.
Финалда әлеге лә баяғы Бразилия йыйылма командаһы менән Португалия йәштәре осрашты. Көсөргәнешле уйында тәүгеләре дәғүәсеһен өҫтәмә ваҡытта 3:2 иҫәбенә еңеп, төп призды яуланы. Дөрөҫөрәге, еңеүҙе Бразилия командаһына уның үҫеп килгән «йондоҙ»о Оскар килтер­ҙе. Ул башта иҫәпте аса, һуңынан Португалияға 1:2 иҫәбенә еңелеп килгәндә, иҫәпте тигеҙләүгә өлгәшә, ә инде өҫтәмә ваҡытта еңеү голын индерә. Беренселек тарихына килгәндә, Бразилия уйынсылары был призды бишенсе тапҡыр яулай. Аргентина иһә алты тапҡыр уңышҡа өлгәшә. Ә бына тәүге чемпионаттың еңеүсеһе булып СССР үҫмерҙәре һанала. 1977 йылда уҙғарылған турнирҙа Союз командаһына етеүсе булмай.

«Анжи» лидерҙарға «һунар» башланы…

Рәсәйҙең Премьер-лига командалары сираттағы турын уҙғарҙы.
Лидерҙар еңеү яулап, турнир таблицаһындағы урынын һаҡлап ҡалды. Әйтәйек, ЦСКА футболсылары «Томь» клубын 3:0 иҫәбенә отһа, «Зенит» иһә Һамарҙа урындағы «Кр. Советов» уйынсыларын 5:2 иҫәбенә ҡыйратты. Олигарх – «Анжи» командаһы, көскә «Динамо» уйынсыларын 2:1 иҫәбенә еңеп, ҡабат дүртенсе баҫҡысҡа үрләне. Хәҙер улар «Динамо»нан ике мәрәйгә артта килә. «Рубин» менән «Спартак» үҙ дәғүәселәре менән тигеҙ иҫәпкә таралышып, хәҙер «Анжи»ҙан берәр мәрәйгә ҡалыша. «Рубин» «Амкар» менән 1:1 иҫәбенә уйнаһа, «Спартак» «Спартак-Нальчик» командаһы менән ошо уҡ иҫәпкә таралышты. «Кубань» – «Волга» – 5:0, «Локомотив» – «Краснодар» – 1:0, «Терек» – «Ростов» – 1:1.

Бәлки, ҡаҙан ярҙам итер?

ҡытайҙа барған бөтә донъя йәштәренең Йәйге универсиадаһы тамамланырға ла ваҡыт етте.
Миҙалдар һаны буйынса хужаларға етеүсе юҡ. Улар бөтәһе 124 (61 алтын, 35 көмөш, 28 бронза) миҙал яулап, икенсе урында килеүсе Рәсәй спортсыларын күпкә артта ҡалдырҙы. Рәсәй командаһы иҫәбендә – 35 алтын, 36 көмөш һәм 39 бронза миҙал. Көньяҡ Корея йәштәре өсөнсө урынға сыҡты.
Киләһе Универсиада 2013 йылда ҡаҙанда үтәсәк.
Н. ТИМЕРОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға