«Йәшлек» гәзите » Спорт » Вуйтек - Словакияла, Хейккиля – Беларуста, Быков?..



20.08.2011 Вуйтек - Словакияла, Хейккиля – Беларуста, Быков?..

Рәсәй хоккейында сынығыу алған билдәле белгес, уҙған миҙгелдә «Локомотив»ты етәкләгән баш тренер Владимир Вуйтек эшен Словакияла дауам итәсәк.
Ул унда Словакияның йыйылма командаһын етәкләйәсәк. Контракты бер йылға ҡаралған. Шулай уҡ Рәсәй клубтарын етәкләп өлгөргән Финляндия белгесе Кари Хейккиля киләһе миҙгелдән Беларусь йыйылма командаһында баш тренер вазифаһын үтәйәсәк. Ә бына Рәсәй йыйылма һәм «Cалауат Юлаев» командаһының элекке баш тренеры Вячеслав Быков әлегә эшһеҙ ултыра. Оҙаҡ та ултырмаҫ, моғайын, сөнки уның һымаҡ белгескә КХЛ беренселеге башланыу менән ҡайһы бер клубтар баш эйер.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға