«Йәшлек» гәзите » Спорт » Еңеүен еңделәр, тик…



20.08.2011 Еңеүен еңделәр, тик…

«Өфө» футбол командаһы, дивизион лидеры – «Нефтехимик» уйынсыларынан 3:0 иҫәбенә еңелеп ҡайт­ҡас, сираттағы осрашыуын үҙ майҙанында уҙғарҙы.
Беҙгә ҡунаҡҡа Пермдең «Октан» клубы килгәйне. Күршеләр быға тиклем алты еңеү яулап, турнир таблицаһының 10-сы баҫҡысында урынлашҡайны. Уйын хужаларҙың өҫтөнлөгө менән уҙһа ла, улар ҡунаҡтарҙы 1:0 иҫәбенә генә отто. Был еңеү «Өфө»ләргә әллә ни кинәнес бирмәне. Сөнки лидер ҙа дәғүәсеһен отоп, мәрәй­ҙәр айырмаһын һаҡлап ҡалды. Беҙҙең футболсылар «Нефтехимик»тан шул уҡ туғыҙ мәрәйгә ҡалыша. Учалының «Горняк» командаһы ла лидерҙар төркөмөнә эләгергә тырыша. Улар был турҙа «Академия»ны 2:1 иҫәбенә еңеп, йәмғеһе 36 мәрәй менән өсөнсө урынды биләй.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға