«Йәшлек» гәзите » Спорт » Өфө студенты – универсиада чемпионы



20.08.2011 Өфө студенты – универсиада чемпионы

Бөтә донья йәштәренең ҡытайҙа барған Йәйге универсиадаһында Рәсәй спортсылары бө­тә­һе 65 (23 алтын, 19 көмөш, 23 бронза) миҙал яулап, дөйөм миҙалдар һаны буйынса алдыр­һа ла, ҡытай йыйылма командаһынан биш алтынға ҡалышып, икенсе күрһәткескә өлгәште.
Башҡортостан үҫмерҙәре лә дөйөм еңеүгә тос өлөш индерә. Әйтәйек, яңыраҡ Өфө студенты Ринат Кирәев штанга күтәреүҙә үҙ категорияһында алтын миҙал яулап, беренселек хужаһын һәм Көньяҡ Корея спортсыһын артта ҡалдырҙы. Шулай уҡ Рәсәй командаһы составында Артур Әхмәтҡужин фехтование буйынса бронза миҙал призеры булды.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға