«Йәшлек» гәзите » Спорт » «Рубин» үҙенә ышана



20.08.2011 «Рубин» үҙенә ышана

ҡаҙандың «Рубин» командаһы Чемпиондар лигаһының дүртенсе квалификацион уйынын Францияла «Лион» футболсылары менән уҙғара.
Быға тиклем Татарстан уйынсылары билдәле «Динамо» (Киев) клубын ике рәт отоп, уны бәйгенән төшөрөп ҡалдырғас, «Лион»ға ҡаршы уйынды ла уңышлы башлай. Улар осрашыуҙың өсөнсө минутында уҡ иҫәпте аса. Тик хужалар, күп тә үтмәй, иҫәпте тигеҙләүгә өлгәшә. Ә инде һуңынан йәнә ике тапҡыр уңыш­ҡа ирешеп, иҫәпте (3:1) үҙ файҙаһына еткерә. ҡорбан Бердыевтың тәрбиәләнеүселәренә төп бәйгегә эләгер өсөн «Лион»ды икенсе уйында ҙур айырма менән оторға кәрәк. Һәр хәлдә, баш тренерҙары быға ышана.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға