«Йәшлек» гәзите » Спорт » Ҡышҡы мәктәп уйындары беҙҙә үтәсәк



10.08.2011 Ҡышҡы мәктәп уйындары беҙҙә үтәсәк

Өфө 2013 йылда алтынсы халыҡ-ара ҡышҡы мәктәп уйындарын уҙғарыу урыны итеп һайланған.
Ошо хаҡта ҡарар бер нисә көн элек кенә Шотлан­дияның Ланаркшир графлығында Мәктәп уйындарын ойоштороу комитеты ултырышында сығарылған. Шулай итеп, республика Рәсәйҙә 2014 йылда Сочиҙағы ҡышҡы Олим­пиада уйындары менән тамамланасаҡ эре халыҡ-ара спорт сараларын башлап ебәрә.
Мәктәп уйындары етәкселеге июлдә Башҡортостанға Рөстәм Хәмитов саҡырыуы менән килеп киткәйне. Улар беҙҙәге спорт объекттарын ҡараған һәм Башҡортос­тандың спорт республикаһы булыуын таныған. Төбәктә айырыуса спорттың ҡышҡы төрҙәре – хоккей, биатлон, тау саңғыһы, трамплиндан һикереү, конькиҙа уҙышыу һ.б. яҡшы үҫешкән. Һөҙөмтәлә беҙ 2013 йылда сағыу спорт ярыштарының шаһиты була аласаҡбыҙ. 800-ләгән спортсы ҡаршылаясаҡбыҙ, тип күҙаллана. Бының алдынан байтаҡ объект төҙөйһө бар.
Әйткәндәй, Мәктәп уҡыусыларының халыҡ-ара уйындары (12 – 15 йәшлектәр өсөн) Халыҡ-ара Олимпия комитеты булышлығында ойошторола һәм халыҡтарҙың татыулығын нығытыуға йүнәлтелгән.

Т. АМАНОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға