«Йәшлек» гәзите » Спорт » Лидер мәрәйҙәр юғалта…



09.08.2011 Лидер мәрәйҙәр юғалта…

Рәсәй беренселегенең Премьер-лига футболсылары сираттағы турын уҙғарҙы.
Үҙәк уйында чемпионат лидеры – ЦСКА командаһы «Зенит» клубы менән осрашты. ҡунаҡтар, лидерҙы 2:0 иҫәбенә отоп, мәрәйҙәр айырмаһын икегә тиклем ҡыҫҡартты. Мәскәүҙең турнир таблицаһының өсөнсө баҫҡысында килеүсе «Динамо»һы, «Кубань» уйынсыларынан 1:3 иҫәбенә еңелһә лә, урынын һаҡлап ҡалды. Ә бына «Анжи» менән «Рубин», үҙ дәғүәселәрен отоп, лидерҙарға яҡынлашты. Хәҙер улар икеһе лә 33-шәр мәрәй менән «Динамо»нан ике генә мәрәйгә ҡалыша. «Анжи» үҙенең яңы «йондоҙ»о – Юрий Жирков ҡатнашлығында «Томь» командаһын 2:0 иҫәбенә еңһә, «Рубин» иһә «Спартак – Нальчик» уйынсыларын 1:0 иҫәбенә отто. Мәскәүҙең «Спартак» клубы Грозныйҙа урындағы «Терек» менән уйнаны. Хужалар, ҡунаҡтарҙы 2:0 иҫәбенә ота килеп, еңеүҙе ҡулынан ысҡындыра. Дөйөм иҫәп – 2:4, ҡунаҡтар файҙаһына. Бында осрашыу өс сәғәткә тиклем һуҙыла. «Спартак» иҫәпте тигеҙләгәс (2:2), аренала ҡапыл ут һүнә. Ойоштороусылар бер сәғәт тирәһе булышҡандан һуң ғына ут янып, командалар осрашыуҙы дауам итә. Ә инде был көтөлмәгән тәнәфес ҡунаҡтар өсөн генә файҙалы була. «Локомотив» Тимер юлсылар көнөнә үҙ көйәрмәндәрен бүләкһеҙ ҡалдырҙы. Улар чемпионат аутсайдеры «Кр. Советов» ҡапҡаһына юл таба алманы. «Ростов» «Волга» уйынсыларын 1:0 иҫәбенә отһа, «Краснодар» «Амкар»ҙы 2:0 иҫәбенә еңеп ҡайтты.
Н. ТИМЕРОВ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға