«Йәшлек» гәзите » Спорт » Ҙур спорт тирәләй



26.07.2011 Ҙур спорт тирәләй

Әлегә үҙгәрешһеҙ...

Рәсәй беренселегендә булған ҡыҫҡа ғына тәнәфестән һуң, Премьер-лига командалары йәнә осрашыуҙарын дауам итте. Чемпионат лидеры − ЦСКА футболсылары кисә кис «Кр. Советов» клубы уйынсылары менән уйнаны.
Һөҙөмтә ниндәй булыуына ҡарамаҫтан, лидерҙан артта килеүсе башҡа командалар әлегә уны ҡыуып етә алмай. Әйтәйек, турнир таблицаһының икенсе баҫҡысында урынлашҡан «Зенит» уйынсылары әлеге турҙа хайран иткән «Анжи» командаһын 1:0 иҫәбенә отһа ла, ЦСКА-нан дүрт мәрәйгә ҡалыша. Мәскәүҙең «Динамо»һы, Ростовта урындағы «Ростов» клубын 2:0 иҫәбенә еңеп, өсөнсө урынын һаҡлап ҡалды. Уларҙан ике мәрәйгә артта ҡалған «Рубин» футболсылары «Терек»ты 1:0 иҫәбенә отто. «Спартак» «Волга»нан көслөрәк булып сыҡты. Иҫәп улар файҙаһына – 2:0. «Локомотив» командаһы тиҙлек алды. Улар «Амкар»ҙы 4:0 иҫәбенә ҡыйратты.
«Кубань» «Томь» клубына 1:3 иҫәбенә отолһа, «Спартак-Нальчик» менән «Краснодар» 2:2 иҫәбенә таралышты.

Америка кубогы – Уругвайҙа

Футбол буйынса Америка кубогының финалы үтте.
Унда Уругвай менән Парагвай командалары осрашты. Тәүгеһе дәғүәсеһен 3:0 иҫәбенә еңеп, үҙ тарихында кубокты 15-се тапҡыр яуланы. Ә бына көслөләрҙән һанал­ған Бразилия менән Аргентина футболсылары ярымфиналға ла сыға алмай, төп бәйгенән төшөп ҡалды. Өсөнсө урынды Перу футболсылары алды.
Ғөмүмән, кубоктың тарихына килгәндә, әлеге еңеүсенән тыш, уны Аргентина 14 тапҡыр яулаһа, Бразилия иһә һигеҙ тапҡыр еңеүсе була. Төрлө йылдарҙа икешәр тапҡыр Парагвай, Перу еңеү байрам итһә, Боливия менән Колумбия берәр тапҡыр еңеү тәмен татып өлгөрә.
А. Ишмөхәмәтова.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға