«Йәшлек» гәзите » Спорт » Бишалыш үҙәге – Өфөлә



21.06.2011 Бишалыш үҙәге – Өфөлә

Киләсәктә баш ҡалала заманса бишалыш (пятиборье) буйынса үҙәк барлыҡҡа киләсәк.
Бинала 25 метр оҙонлоҡтағы бассейн, 1500 тамашасыға иҫәпләнгән трибуна, фехтование залы урынлашасаҡ, шулай уҡ бында аттарҙы әҙерләү урыны ла ҡаралған. Комплексты төҙөүгә 2012 йылда республика бюджетында аҡса һалынасаҡ.
Бер нисә көн элек кенә Өфөлә бишалыш буйынса Рәсәй чемпионаты уҙғайны. Үҙәк төҙөү хаҡында проект тураһында нәҡ ошонда һөйләшелде лә инде. Рәсәй бишалыш федерацияһы президенты Вячеслав Әминев билдәләүенсә, бындай ярышты үткәреү урыны итеп Өфө юҡҡа һайланмаған, Мәскәү, Һамар ҡалалары менән бер рәттән, беҙҙә лә спорттың ошо төрөн үҫтереүсе көслө мәктәп бар. Ғөмүмән, Башҡортостанда спорт объекттары төҙөүгә ҙур иғтибар биреләсәк һәм дүрт йыл эсендә һәр район үҙәгендә бассейнлы физкультура-һауыҡтырыу үҙәктәре буласаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға