«Йәшлек» гәзите » Спорт » Виктор ТИХОНОВ: «Бындай мәхшәрҙе күргәнем булманы...»



21.05.2011 Виктор ТИХОНОВ: «Бындай мәхшәрҙе күргәнем булманы...»

Виктор ТИХОНОВ:  «Бындай мәхшәрҙе күргәнем булманы...»Хоккей тарихында иң уңышлы һәм тәжрибәле белгес, билдәле тренер Виктор Тихонов, Быковтың заманы үтте, тигән һығымтаға килгән. Уның әйтеүенсә, һуңғы ваҡытта Быков етәкселегендә Рәсәй йыйылма командаһы Олимпия уйындарында отолдо һәм әлеге донъя беренселегендә мәсхәрәгә ҡалды.
– Минең бындай мәхшәрҙе күргәнем булманы. Нисек итеп инде бер уйында ете шайбаны үткәртергә була?.. Быны аңлауы ҡыйын. Уҙған йыл уҡ Рәсәй хоккей федерацияһына тәҡдимемде индергәйнем. Иғтибар итеүсе булманы. Уларҙы шул ваҡытта уҡ алмаштырырға кәрәк ине. Команда юҡ бит, шуға уйын да юҡ. Улар дилбегәһеҙ... Канаданы еңдек, тип яр һалдылар. Унда бит тәжрибәһеҙ йәш-елкенсәк кенә булды. Ғөмүмән, улар киләсәк менән йәшәй. Башҡа Европа илдәре лә был йәһәттән ныҡлап эшкә тотондо. Ә беҙ һаман бер урында тапанабыҙ. һуң булмаҫ борон яңы етәкселек тураһында ҡайғыртырға кәрәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға