«Йәшлек» гәзите » Спорт » «Өфө» күршеләргә дуҫлығын белдерҙе



21.05.2011 «Өфө» күршеләргә дуҫлығын белдерҙе

Республикабыҙҙың «Өфө» футбол командаһы үҙ дивизионының бишенсе турында Түбәнге Каманың «Нефтехимик» футболсыларын ҡабул итеп, еңеүсене асыҡлай алманылар. Осрашыу 0:0 иҫәбенә тамамланды. Шуға ҡарамаҫтан, «Өфө» клубы 13 мәрәй менән турнир таблицаһының иң үрендә тора. Уларҙан бер мәрәйгә ҡала Силәбенең «Челябинск» командаһы килһә, 11 мәрәй яулаған «Нефтехимик» клубы – өсөнсө урында. Шулай уҡ Учалының «Горняк» уйынсылары ла хәлен бер аҙ яҡшыртты. Әлеге турҙа улар «Төмән» командаһын 1:0 иҫәбенә еңеп ҡайтарҙы. «Горняк»тың иҫәбендә – һигеҙ мәрәй һәм етенсе урын.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға