«Йәшлек» гәзите » Спорт » «Исем булды, китһәк тә була»



21.05.2011 «Исем булды, китһәк тә була»

Бына шулай уйлай ҡайһы бер хоккейсылар. Нишләйһең, көсләп тотоп булмай. Һәр береһенең үҙ яҙмышы. «Салауат Юлаев» клубының һәм дә шулай уҡ Рәсәй йыйылма командаһының һаҡсыһы Дмитрий Калинин, килешеүе бөтөү сәбәпле, карьераһын СКА-ла дауам итергә теләген белдерҙе.
Уҙған миҙгелдә Калинин, КХЛ беренселегенең даими уйындарында 45 осрашыу үткәреп, өс тапҡыр уңышҡа өлгәшә һәм алты тапҡыр гол индереүҙә булышлыҡ иткән. Плей-оффта иһә өс тапҡыр пас бирә.
Шулай уҡ миҙгел дауамында ЦСКА-нан юлаевсылар рәтенә килгән тәжрибәле һөжүмсе Вячеслав Козлов та, миҙаллы булғас, ҡабат Мәскәүгә юлланды. Ул «Динамо» клубы менән бер йылға килешеү төҙөгән. Шул уҡ рәүештә Александр Рязанцевтың да өфөләргә миҙгел дауамында килеп ҡушылыуы файҙаға булманы. Ул плей-оффта бөтөнләй ҡатнашманы. Унан тыш, имеш-мимештәргә ҡарағанда, Кирилл Кольцов менән Олег Твердовскийҙы Силәбенең «Трактор»ына ҡоҙалайҙар. Константин Кольцов «Динамо» (Минск) клубына китә, имеш, тигән хәбәр йөрөһә, Патрик Торесен иһә «Лугано»ла бәхет эҙләмәксе.
Клуб етәкселеге лә үҙгәреү өҫтөндә. Вячеслав Быков менән Игорь Захаркин тураһында күптән хәбәр йөрөй инде. Улар китәсәк, ә бына юлаевсыларҙың яңы баш тренеры итеп ҡабаттан Сергей Михалевтың тәғәйенләнеүе дөрөҫкә сығыуы ихтимал. Әгәр шулай була ҡалһа, килешеү бер йылға ғына ҡаралған.
Китеүселәр бар, ә бына килеүселәр хаҡында әллә ни хәбәр юҡ. Магнитогорскиҙан Атюшовтың килеүе мөмкин, тик уға, беҙҙән тыш, «Авангард» менән СКА клубтары ла дәғүә итә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға