«Йәшлек» гәзите » Спорт » Герой-паралимпиясылар менән осрашыу



24.05.2011 Герой-паралимпиясылар менән осрашыу

Башҡортостан Республикаһы Президенты Рөстәм Хәмитов республиканың Паралимпия геройҙары менән осрашыуҙа һуңғы Паралимпиадала, шулай уҡ быйылғы донъя чемпионаттарында Рәсәй йыйылма командаһына бихисап миҙал алып килгән республика паралимпиясыларының ҡаҙаныштарын тағы бер тапҡыр билдәләп үтте.
Павел Рожков Рөстәм Зәки улына Башҡортостан паралимпиясылары менән осрашыуҙа ҡатнашырға саҡырыуы һәм Рәсәйҙәге, бар донъялағы паралимпия хәрәкәтенә ҙур өлөш индергәне өсөн рәхмәт белдерҙе, Президентҡа Рәсәй Паралимпия комитетының иҫтәлекле билдәһен тапшырҙы, яуап итеп үҙе лә республика башлығы ҡулынан ҡиммәтле бүләк алды. Башҡортостандың иң күп титул яулаған спортсыһы Ирек Зарипов Рөстәм Зәки улына уртаҡ еңеүҙәргә индергән өлөшө өсөн рәхмәтен еткерҙе һәм алтын миҙалдарының береһен уға тапшырҙы.
Осрашыуҙа бихисап тема, шул иҫәптән Өфөләге Паралимпия әҙерлеге үҙәге, Мишкәләге Паралимпия үҙәге төҙөлөшө, республикала күләмле спорт төрҙәре үҫеше (халыҡҡа иң ҡулайы – йүгереү һәм велосипед), Башҡортостан мәктәптәрен спорт инвентарҙары менән тәьмин итеү мәсьә­ләләре тикшерелде.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға