«Йәшлек» гәзите » Спорт » Ял да итә беләбеҙ



30.04.2011 Ял да итә беләбеҙ

Ошо көндәрҙә Өфө районының Шамонин ауылы мәктәбенең спорт залында киң мәғлүмәт саралары вәкилдәре, мәктәп уҡыусылары, төҙөүселәр ҡатнашлығында волейбол ярыш­тары үтте.
Унда йәмғеһе биш команда – республика гәзит-журналдары, Башҡортостан телерадиокомпанияһы, БР Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы, «Үҙ йортом» аҙ ҡатлы торлаҡ йорттар төҙөү идаралығы хеҙмәткәрҙәре, Шамонин мәктәбе уҡыусыларынан торған командалар таһыллыҡта көс һынашты.
Бәйге бик ҡыҙыу барҙы. Тәү­ҙә мәрәйҙәр оҫтараҡ уйнаусылар яғында күберәк булһа ла, һуңынан иҫәп тигеҙләште. Күп бәйгеләрҙә шымарып-оҫтарып бөткән радио һәм телевидение хеҙмәткәр­ҙәре был көндө шәп уйын күрһәтте. Рес­публика гәзит-журналдары командаһы («Шоңҡар», «Йәшлек», «Кызыл таң») тәүгеһендә отолһа ла, һуңынан дәғүәселәрен «тар-мар» итте. Әммә өсөнсө партияла йәнә телерадиокомпания хеҙмәткәрҙәре еңеүсе тип табылды.
Журналистар – икенсе, өсөнсө урынды БР Элемтә һәм киң коммуникациялар министрлығы командаһы яуланы. Аҙ ҡатлы торлаҡ йорттар төҙөү идаралығы – дүртенсе һәм Шамонин мәктәбе уҡыусылары бишенсе урындарҙы алды.

Т. АМАНОВ.
Ш. ЯУБАҪАРОВ фотоһы.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға