«Йәшлек» гәзите » Спорт » Үҙе гол индерә торған аяҡ кейеме кәрәк...



29.03.2011 Үҙе гол индерә торған аяҡ кейеме кәрәк...

Футбол буйынса Европа беренселегендә ҡатнашыр өсөн һайлап алыу турында Рәсәй йыйылма командаһы үҙ төркөмөндә Әрмәнстан футболсылары менән осрашты. Күпме генә тырышмаһындар, дәғүәсенең ҡапҡаһына юл таба алмай, 0:0 иҫәбенә таралыштылар. Рәсәй уйынсылары яңы форма кейеп тә уйнап ҡараны. Булмаһа – булмай инде... Был уйында беҙҙекеләрҙең мәрәй юғалтыуы арттан баҫтырып килеүсе Словакия менән Ирландия командалары өсөн уңай булды. Сөнки хәҙер уларҙың мәрәйҙәре тигеҙләнде. Словакия, Андорра футболсыларын 1:0 иҫәбенә еңеп, ошо уңышҡа өлгәшһә, Ирландия иһә Македонияны 2:1 иҫәбенә отто.

Бөгөнгә ҡарата «В» төркөмөнөң турнир таблицаһы
У. М.

1. Словакия 5 10
2. Рәсәй 5 10
3. Ирландия 5 10
4. Әрмәнстан 5 8
5. Македония 5 4
6. Андорра 5 0







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға