«Йәшлек» гәзите » Спорт » «Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә



21.09.2019 «Өфө»гә VAR системаһы ярҙамға килә

Футбол буйынса Рәсәй Премьер-лига чемпионатының туғыҙынсы турын турнирҙаш «Динамо» менән «Өфө» командалары үҙ-ара осрашып тамамланы.

Быға тиклем Мәскәү клубы иҫәбендә туғыҙ мәрәй булһа, өфөләрҙекендә – ун. Шуға ла осрашыу күптәрҙә ҡыҙыҡһыныу уятты. Икенсенән, «Динамо» составында беҙҙән уларға күскән билдәле лидер – Игбундың «Өфө»ләргә ҡаршы сығышы ла һыҙыҡ өҫтөнә алынғайны. Ысынлап та ул иң беренсе булып ҡунаҡтарҙың ҡапҡаһына ҡурҡыныс менән янаны. Аҙаҡ та гол индерергә мөмкинлеге булды, әммә ҡапҡасыбыҙ ҡотҡарҙы.
Был осрашыуҙа VAR (видеоҡабатлау) системаһы ла ҡулланылды. Һәм ул Евсеевтың клубына файҙа килтерҙе. Майҙандағы баш судья, ҡунаҡтар яғынан тәртип боҙоуҙы күҙаллап, беҙгә пенальти тәғәйенләй, әммә видеоҡабатлауҙы ҡарағас, уны кисектерә.

Шулай итеп, хужалар күпселек ваҡыт өҫтөнлөк итһә лә, уңышҡа өлгәшә алмай, улар 0:0 иҫәбенә таралыша. Ошо осрашыуҙан һуң «Өфө» командаһы 11 мәрәй менән бер баҫҡысҡа юғары күтәрелә. Тағы шуныһы: беҙҙең футболсылар һуңғы 22 уйын рәттән ситтә еңә алмай ыҙалана.
Киләһе осрашыуын «Өфө» уйынсылары бөгөн «Спартак» менән уҙғарасаҡ.

«Спартак» тигәндән, әлегә ул тигеҙ генә уйын күрһәтә алмай. Һуңғы ике уйынын үҙендә уҙғарып, икеһендә лә еңелә. Туғыҙ турҙан һуң 14 мәрәй яулап, турнир таблицаһында алтынсы баҫҡыста урынлашҡан. Лидерҙар иһә өсәү. 20-шәр мәрәй яулап, 1 – 3-сө урындарҙы «Краснодар», «Зенит» һәм «Ростов» командалары бүлешә. ЦСКА иҫәбендә – 19 мәрәй.





Автор: Н. Ҡәҙербаев
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға