«Йәшлек» гәзите » Спорт » II Европа уйындары тамамлана



29.06.2019 II Европа уйындары тамамлана

Ошо көндәрҙә Беларусь Республикаһында II Европа уйындары тамамлана.

Унда Европаның 50 иленән 3844 cпортсы 15 йәйге спорт төрөндә ярышты. Континенттың беренсе ярышы 2015 йылда Әзербайжан Республикаһында үткәрелгәйне. Шунан һуң ул дүрт йыл һайын уҙа.

Беренсе уйындарҙа Рәсәй йыйылма командаһы 79 алтын, 40 көмөш һәм 45 бронза миҙал яулап, икенсе урын алған ярыш хужаларын күпкә уҙып китте. Әле лә беҙҙең спортсылар ете көндә 28 алтын, 15 көмөш һәм 20 бронзалы булып, алдынғылыҡты бирмәй. Беларусь командаһы иҫәбендә – 15 алтын, 11 көмөш һәм 19 бронза миҙал.

Киләһе уйындар дүрт йылдан Польшала уҙасаҡ.





Автор: Н. Ҡәҙербаев
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға