«Йәшлек» гәзите » Спорт » Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо



15.06.2019 Үҙҙәрен Бразилия уйынсылары кеүек тойҙо

йәки Беҙҙең илдең йыйылма командаһы көсһөҙҙәрҙән үсен алып, майҙанда үҙен герой итеп танытты…


Һуңғы көндәрҙә Европа халҡы ҙур футбол менән йәшәне. Сөнки киләһе йылда буласаҡ ҡитға беренселегенә эләгеү өсөн уның 55 командаһы төркөм осрашыуҙары уҙғарҙы.

«I» төркөмөндә сығыш яһаған Рәсәй йыйылма командаһы ике уйынын үҙ майҙа­нында үткәрҙе. Башта ул рейтинг буйынса иң түбән баҫҡыста торған Сан-Марино футболсыларына ҡаршы һынау тотто. Урам командаһын йәлләмәй, рә­хәтләнеп бер-бер артлы гол индерҙеләр. Иҫәпте арттыра барып, рекордҡа ла барып еттеләр. Шул уҡ Сан-Марино уйынсыларын бер мәл 7:0 иҫәбенә еңгәйнеләр, хәҙер килеп уларҙы 9:0 иҫәбенә ҡыйраттылар. Тарихи ре­кордҡа Артем Дзюба ла саҡ барып етмәне. Уның иҫәбендә – дүрт гол.

Шулай итеп, Станислав Черчесовтың тәрбиәләнеүселәре артабан шулай уҡ түбәнге рәттә торған Кипр уйынсылары менән уйнаны. Бында ла улар дәғүәсене шул уҡ юҫыҡта алдырмаҡсы булғайны ла, килеп сыҡманы. Беҙҙекеләр осрашыу буйы өҫтөнлөк итһә лә, тик бер тапҡыр ғына уңышҡа өлгәшеп, эшлекле еңеү яуланы. Хәҙер улар, өс осрашыу рәттән еңеп, туғыҙ мәрәй менән, Бельгиянан ҡала, икенсе урында урынлашты.

Футболсыларыбыҙ киләһе уйынын 6 сен­тябрҙә Шотландия ко­ман­даһы менән уҙғарасаҡ.

Элекке союздаш респуб­ликаларҙан Әрмәнстан, Ҡа­ҙағстан һәм Украина уйынсылары ғына уңыш ҡаҙанды. Тәүгеһе Грецияла урындағы команданы 3:2 иҫәбенә еңеп ҡайтһа, ҡаҙаҡтар Сан-Мариноны 4:0 иҫәбенә еңеп, украиндар Люксембургты көскә 1:0 иҫәбенә отто. Ҡал­ғандар ошолай таралышты: Сербия – Литва – 4:1, Беларусь – Төньяҡ Ирландия – 0:1, Германия – Эстония – 8:0, Дания – Грузия – 5:1, Әзербайжан – Словакия – 1:5, Латвия – Словения – 0:5, Албания – Молдова – 2:0.





Автор: Н. Ҡәҙербаев
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға