«Йәшлек» гәзите » Спорт » «Алтын»дан да башҡа баһа юҡ



24.05.2019 «Алтын»дан да башҡа баһа юҡ

йәки Рәсәй йыйылма командаһы, төркөм осрашыуҙарын юғалтыуһыҙ үтеп, сирекфиналда АҠШ хоккейсылары менән сәкәләште

Словакияла барған хоккей буйынса донъя чемпионаты апогейына ла барып етте. Ике төркөмдөң дүртәр көслө командаһы ярымфиналға сығыу өсөн көрәшен башланы.


Рәсәй йыйылма командаһы һуңғы төркөм осрашыуында уҙған миҙгел чемпионы – Швеция хоккейсыларын 7:4 иҫәбенә ҡый­ратып, сирекфиналға бер үҙе генә юғалтыуһыҙ сыҡты. Воробьевтың тәрбиәләнеүселәре үҙ төркө­мөндә беренсе урын алып, сирекфиналда «А» төркөмөндә дүртенсе һөҙөмтәгә өлгәшкән АҠШ уйынсылары менән сәкәләште. Уҙ­ған уйында, ниһайәт, беҙҙең НХЛ «йондоҙ»ҙары шайбаға иҫәптәрен асты. Малкин менән Овечкин берәр тапҡыр уңышҡа өлгәшеп, киләсәктә, моғайын, һөҙөмтәлә­рен арттырыр. Шулай уҡ Капризов та уңышынан ҡәнәғәт.

Ҡалған уйындарҙа Чехия хоккейсылары Германия командаһы менән осрашһа, Швеция Фин­ляндияға ҡаршы һынау тотоп, Канада уйынсылары Швейцария менән көс һынаша.

Беренселек хужаһы – Словакия командаһына элитаға эләгер өсөн саҡ ҡына уңыш йылмайманы. Улар төркөм бәйгеһендә Канадаға уйын тамамланыуға бер секунд ҡалғас бирелеп, немецтар менән алышта бер минут эсендә еңеүҙе ҡулынан ысҡын­дырҙы. Һәм ана шул юғалтыуҙар уларҙы плей-оффтан мәхрүм итте. Латыштар ҙа тырышып-тырмашып ҡараны, әммә тәжрибә етеңкерәмәне, буғай. Бөйөк Британия менән Италия командалары сенсация яһаны тиһәк тә, яңылышмаҫбыҙ. Улар икеһе лә уйын һайын отола килеп, һуңғы хәл иткес осрашыуҙа дәғүә­селәрен еңде һәм элитала урынын һаҡлап ҡалды. Ә бына Австрия менән Франция хоккейсылары киләһе йыл донъя чемпионатында ҡатнашмаясаҡ.

Шулай итеп, плей-офф уйындары ла башланды. Уҙған берен­селектә беҙҙең команда си­­рек­финалда Канаданы үтә алмай, миҙалһыҙ ҡалды. Ғөмүмән, Рәсәй командаһының 2014 йылдан алып юғары уңышҡа өлгәшкәне юҡ. Ошо арауыҡта улар бер көмөш һәм ике бронза миҙал яулай. Был юлы нисек булыр...





Автор: Н. Ҡәҙербаев
Фото: vk.com


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға