«Йәшлек» гәзите » Спорт » ЦСКА «Гагарин»ды яуланы



29.04.2019 ЦСКА «Гагарин»ды яуланы

йәки КХЛ-дың 11-се миҙгеле төп кубоктың алтынсы хужаһын асыҡланы

«Аҡ барс» – өс, «Салауат Юлаев» – бер, «Динамо» (Мәскәү), СКА һәм «Металлург» (Магнитогорск) командалары икешәр тапҡыр Кубоклы булғас, ниһайәт, ЦСКА хоккейсыларына ла уны алыу бәхете йылмайҙы. Улар финалда «Авангард» уйынсыларын дүрт тапҡыр еңеп, көйәрмәндәренә тынғыһыҙ төн бүләк итте. Омск клубы иһә, көрәшһеҙ тиерлек бирелеп, үҙ тарихында икенсегә Рәсәй беренселегенең көмөш миҙалы менән бүләкләнде. Тик ул киләһендә төп приз яулаясағына ышана. Команда тренеры Боб Хартли тәрбиәләнеүселәренә булған өмөтөн йәшермәй, киләһе миҙгелдә «Гагарин» өсөн көрәшәсәген белдерҙе: «Беренселектә ҡатнашҡан һәр команда үҙенә маҡсат итеп шуны ҡуйырға бурыслы. Әгәр хәленән килмәй икән, тренер команданан китергә тейеш. Сөнки беҙҙең конференцияла «Салауат Юлаев», «Аҡ барс», «Барыҫ» кеүек бик көслө командалар күп. Улар ҙа Кубокка төп дәғүәсе буласаҡ. Шуға күрә мин бында икенсе урын алыр өсөн килмәнем».

Плей-офф һөҙөмтәһе буйынса иң яҡшы ҡапҡасы булып «Салауат Юлаев»тан Юха Метсола танылды. ЦСКА-нан һаҡсы Мэт Робинсон менән һөжүмсе Михаил Григоренко үҙ амплуаһында иң көслө булып билдәләнде.





Автор: Н. Ҡәҙербаев
Фото: КХЛ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға