«Йәшлек» гәзите » Спорт » Улар еңелмәне…



13.04.2019 Улар еңелмәне…

йәки Көнсығыш конференцияһындағы финал Гагарин кубогы финалынан да былайыраҡ булып тарихта ҡалды


«Беҙҙең хоккейсылар – ысын ир-ат! Әлеге уҙған осрашыу Башҡортостан хоккей тарихында «иң-иң»дәренән булғандыр. Улар был серияла еңелмәне. Уларҙы күптәр иҫәптән һыҙып ырғытһа ла, төшөнкөлөккә бирелмәй, үҙҙәренең кемлеген йәнә бер тапҡыр иҫбатланылар. Хатта командаға йәнен бирерҙәй фанаттар ҙа ышанысын юғалтҡан һүрәттә лә, «Салауат Юлаев» бөтә ҡаршылыҡтарҙы йырып, ҡан, тир ҡойоп, урыны менән йоҙроғон да төйнәп, республикабыҙ хоккей һөйөүселәренә матур спорт байрамы бүләк итте. Минең өсөн был бик мөһим. Ошондай мауыҡтырғыс спорт бәйгеләре халҡыбыҙҙы берләштерә, киләсәккә этәргес була. Беҙ еңдек! Беҙ – бер бөтөн ғаилә! Һәм беҙ, әлбиттә, яҡшыраҡ булдырабыҙ»,– тип белдерҙе алтынсы хәл иткес уйындан һуң БР Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров.

Эйе, дөрөҫ, әлбиттә, булдырабыҙ. Сөнки беҙҙең команда КХЛ-дың даими берен­селегендә алтынсы ғына урын алып, плей-оффта Көнсығыш конференцияһында өсөнсө урын яулаған «Металлург»ты, беренсе урын алып, Гагарин кубогына төп дәғүәсе булған «Автомобилист»ы үтеп, «Авангард» коман­даһы менән типә-тиң алышты. Уларҙы ла еңер ине, тик саҡ ҡына хәле етеңкерәмәне. Алты осор буйына бер-береһенең ҡапҡаһына юл эҙләп, тик 110-сы минутта Омск өлкәһе уйынсыларына бәхет йылмая һәм ҡунаҡтар үҙ тарихында икенсегә финалға сыҡты. Ә инде юлаевсылар, башын юғары тотоп, киләһе миҙгелгә тиклем ялға туҡтаны. Күптән беҙҙең хоккейсыларҙың көйәрмәндәрен былай ҡыуан­дырғаны булманы. Улар, әлеге еңелеүенә ҡарамаҫтан, Башҡортостан хоккей һөйөүсе­ләренә һоҡланғыс матур спорт байрамы өҫтәне. Афарин!

Николай ЦУЛЫГИН, «Салауат Юлаев» командаһының баш тренеры:
– Дәғүәсе бер миҙгелдә ҙур эш башҡарып, ошо уңышҡа өлгәште. Улар физик яҡтан әҙерлерәк булып сыҡты. Тик шулай ҙа мин тәрбиә­ләнеүселәрем менән ғорур­лана алам. Улар бер бөтөн ғаилә булып көрәште. Быйылғы миҙгел беҙҙең өсөн уңышлы булды, тип тә әйтергә мөмкин.

Боб ХАРТЛИ, Канада белгесе, заманында НХЛ клубын Стэнли кубогына килтергән. Әлеге ваҡытта «Авангард» командаһының баш тренеры:
– Был осрашыу иҫ китмәле булды. «Салауат Юлаев» коман­даһына рәхмәтлемен. Ул ысынында лайыҡлы дәғүәсе булып танылды. Өфөләрҙе йәл дә һымаҡ, улар ҙа еңеүгә лайыҡ. Ғөмүмән, командалар та­рихҡа торошло уйын күрһәтте. Төп еңеүсе – бәйгене күргән көйәрмәндәр.

Александр КАДЕЙКИН, «Салауат Юлаев» командаһы һөжүмсеһе:
– Күңелдә – бушлыҡ, тынысһыҙлыҡ. Хәл дә ҡал­маны. Әгәр еңһәк, көс булыр ине, еңелгәс, ауыҙ асып һүҙ әйтергә лә хәл юҡ. Нимә тип кенә әйтһәк тә, миҙгел минең өсөн уңышлы булды. Һуң­ғараҡ һөйләрмен әле…

Алексей БАДЮКОВ, ике тапҡыр Гагарин кубогын яулаусы, Матч ТВ эксперты:
– «Салауат Юлаев»­тың уңышлы сығы­шында тренерлыҡ эше һәм уйынсыларҙың дөрөҫ тупланыуын һыҙыҡ өҫтөнә алыр инем. Улар бер бөтөн ғаилә булып сығыш яһаны. Уҙған миҙгелдә «Металлург» менән «Автомобилист»ҡа ҡаршы берәү ҙә юлаевсылар кеүек уңышлы уйнаманы. Ә инде Кемппайнен, Хартикайнен һәм Умарк звеноһы КХЛ-да сит ил легионерҙарынан иң көслөләренән һанала. Шулай уҡ Кадейкин звеноһы ла еңеүгә тос өлөш индерҙе.

Икенсе конференция финалында ЦСКА командаһы етенсе осрашыуҙа СКА хоккейсыларын алдырып, үҙ тарихында өсөнсө тапҡыр бәхетен һынап ҡараясаҡ. 2015/16 йылда «Металлург»тан отолоп призһыҙ ҡалһа, былтыр «Аҡ барс» клубына хәле етмәй, «Гагарин»дан ҡолаҡ ҡаҡҡайны. Ә инде Санкт-Петербург уйынсылары, юлаевсылар кеүек, төп бәйгенән төшөп ҡалып, Рәсәй беренселегенең бронза миҙалы менән баһаланасаҡ. Сөнки улар даими беренселектә өфөләрҙән өҫтөнөрәк тора. «Салауат Юлаев» – дүртенсе.

Шулай итеп, төп уйында «Авангард» менән ЦСКА командалары сәкәлә­шәсәк. Тимәк, быйыл кубоктың яңы хужаһы билдәле буласаҡ.





Автор: Н. Ҡәҙербаев
Фото: ХК СЮ


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға