«Йәшлек» гәзите » Спорт » Валуев ҙур спорттан китергә булған



29.01.2011 Валуев ҙур спорттан китергә булған

Бокс буйынса профессионалдар араһында донъя чемпионы булып, был исемен юғалтҡан Рәсәй спортсыһы Николаев Валуевтың ҙур спорттан китеүе ихтимал. Уның менеджеры әйтеүенсә, бындай ҡарарға килеүҙең үҙ сәбәптәре бар: берҙән, һаулығы, икенсенән, сәйәси карьераһы. Хәҙер аҡсаһы ла етерлек. Әгәр ҙә инде берәйһе күп аҡса вәғәҙә итеп, рингыға саҡырмаһа, ул инде бирсәткәһен күптән сөйгә элгән.
Һуңғы тапҡыр Валуев 2009 йылдың ноябрендә титулын һаҡлап ҡалыр өсөн Дэвид Хэй менән алышты һәм, унан еңелеп, чемпион билбауын юғалтҡайны.
А. ИШМӨХӘМӘТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға