«Йәшлек» гәзите » Спорт » «Йәншишмә» гәзите призына



19.03.2019 «Йәншишмә» гәзите призына

Яңыраҡ Күмертау ҡалаһында республикабыҙҙың йәш саңғысылары «иң-иң»дәрҙе асыҡланы. Ике йәш төркөмөндә (2007 – 2008 һәм 2005 – 2006 йылғылар) уҙған ярыштарҙа 40 команда, барлығы 211 спортсы ҡатнашты. Еңеүселәргә бүләктәрҙе «Йәншишмә» республика балалар һәм үҫмерҙәр гәзите редакцияһы әҙерләгәйне.

Йылдағыса, саңғы уҙыштары ике көн буйы барҙы. Тәүгеһендә шәхси беренселектә чемпиондар билдәләнһә, икенсеһендә – ҡатнаш эстафета, йәғни һәр команданан ике ҡыҙ һәм ике малай көс һынашты.

Еңеүселәр ҡайҙанмы? Ике йәш төркөмөндә ҡыҙҙарҙан – Даша Инчикова (Күмертау) менән Зарина Ҡотломбаева (Учалы) һәм малайҙарҙан – Ринат Исаев (Ҡалтасы) менән Илназ Хәбибуллин (Стәрлебаш). Ҡатнаш эстафетала һәм командалар араһында дөйөм һөҙөмтә буйынса кесе төркөмдә – нефтекамаларға, ә оло төркөмдә учалыларға етеүсе булманы.

«Йәншишмә» гәзите редакцияһы республика саңғы ярыштары еңеүселәрен бүләкләүҙә ярҙам иткәндәре өсөн «Башбланкиздат» асыҡ акционерҙар йәмғиәте директоры Гөлсәсәк Әлибаеваға һәм Башҡортостан Республикаһының Бильярд спорты федерацияһы президенты Риф Әфләтүновҡа рәхмәт белдерә.





Автор: Т. Аманов
Фото: И. Ғәйнулов


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға