«Йәшлек» гәзите » Спорт » Италия ере Рәсәй командаһы өсөн уңышлы булды



25.01.2011 Италия ере Рәсәй командаһы өсөн уңышлы булды

Италия ере Рәсәй командаһы өсөн уңышлы булдыБиатлон буйынса донъя кубогының алтынсы этабы Рәсәй йыйылма командаһы өсөн уңышлы булды. Ул беҙҙекеләргә ике алтын һәм ике бронза миҙал килтерҙе. Тәүҙә спринт бәйгеһендә Антон Шипулин барыһын да хайран ҡалдырып, финишҡа беренсе килһә, Светлана Слепцова, Анна Богалий-Титовец, Наталья Гусева һәм Ольга Зайцеваларҙан торған ҡыҙҙар командаһы эстафетала алдынғылыҡты бирмәне. Шулай уҡ Ольга Зайцева спринт ярышында бронза алһа, Антон Шипулин алтын эргәһенә бронза миҙал да өҫтәне. Хәҙер алты этап һөҙөмтәһе буйынса Рәсәй биатлонсылары, бөтәһе өс алтын менән ете бронза миҙал яулап, командалар араһында дүртенсе урында килә.
Етенсе һәм һигеҙенсе этап февралдә АҡШ-та үтәсәк.
А. ИШМӨХӘМӘТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға