«Йәшлек» гәзите » Спорт » Сноуборд-шоу – Парапалдан шыу



21.02.2019 Сноуборд-шоу – Парапалдан шыу

«Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух» ти әбештәр һәм сәләмәт тормош алып барыу өсөн тәбиғәт биргән бөтә мөмкинлекте лә файҙалана беләләр. «Хоҙай беҙгә аңҡайып ҡараһаң, баштағы бүрек осоп төшмәле тауҙар бүләк иткән икән, беҙ был мөһабәт байлыҡты сәләмәтлекте нығытыу өсөн файҙалана алмайбыҙмы ни?» – тип кәңәшләште Әбеш ауылының бер төркөм ир-азаматы һәм ошо тәҡдим менән ауыл хакимиәте башлығы Таһир Юнысовҡа мөрәжәғәт иттеләр. Ниәттәре – Парапал тауы итәгендә сноуборд менән шыуыу буйынса ярыш ойоштороу. Тәҡдимдәренең хуплау табырына тамсы ла шикләнмәй ине улар. Һәм шулай булып сыҡты ла. Ауылдағы бик күп матур башланғысты ойоштороусы Йәмил Илембәтовты һәм сноубордта шыуыуҙы үҙен бер нисә йыл инде һынап ҡараған йәш егет Фаяз Әбделмәновты иғтибар менән тыңлағандан һуң, хакимиәт башлығы ҙур теләк менән егеттәргә фатиха бирҙе. Таһир Мөғөлөтдин улының оҫта ойоштороусы, сәләмәт тормош алып барыуға йүнәлтелгән бик күп сараны хуплаусы икәнен ауылдаштары яҡшы белә.

Хәйбулла халҡы өсөн бө­төнләй яңы спорт төрө булған сноуборд менән шыуыуҙы ойоштороу бына шулай башланды. Егеттәр көс һынашырға күрше Йәнтеш ауылы йәштәрен дә саҡырҙы. Ярыш булғас, ярыш булһын: йәнле, көсөр­гәнешле, фәһемле саранан башҡалар ҙа өлгө алһын өсөн ентекле әҙерлек эштәре алып барылды. Интернетҡа ярыштың шарттары сағыл­дырылған белдереү, саҡырыу урынлаштырылды. Ярышта ҡатна­шыусыларҙы, еңеүсе­ләрҙе бүләкләү өсөн Маҡтау грамоталары, иҫтәлекле бүләктәр алынды.
Беренсе тапҡыр ғына үт­кәрелгән, ҡатнашыу­сыларҙан ҙур таһыллыҡ, физик әҙерлек һәм бөркөттәй ҡурҡыу белмәҫ йөрәк талап иткән был ярышҡа ризалыҡ бирергә хатта район хакимиәте лә икеләнде – унда Әбеш тауҙарының ниндәй икәнен беләләр бит инде. Үҙе бейек, үҙе текә тауҙа көстәрен һынап ҡарарға теләүселәр күп кенә булды. Йәнтеш ауылынан ярышта ҡатнашырға ҡара­ғайҙай егеттәр килде. Әбеш ауылынан иң йәш тә, иң оҫта ла сноубордсы Фаяз Әбдел­мәновтың курсташ егеттәре ине. Ә Фаяз инде бер нисә йыл ауылдаштарға Парапал та­уының иң бейек түбәһенән шыуып төшөп, оҫталыҡ дәрес­тәре күрһәтә. Был оҫталыҡҡа уны һәр йәһәттән дә маҡтауға лайыҡ атаһы Факил ағай өй­рәтә. Бик егәрле өй хужаһы, оҫта һунарсы, ҡулы һәр эште белгән йүнсел ир, ҙур йөрәкле атай булараҡ хөрмәт яулаған кеше ул ауылдаштары ара­һында. Аталы-уллы бейек тау­ҙан бер тапҡыр ҙа ҡо­ла­майынса шыуып төшкәнен ҙур ғорурлыҡ менән йыл һайын видеоға төшөрөп торалар. Илле йәште күптән тултырһалар ҙа, йөрәктәрендә дәрт ташып торған Йәмил Илембәтов, Таһир Юнысов, Факил Әбделмәнов та йәш егеттәрҙән бер ҙә ҡалышманы. Һәр спорт төрө буйынса ла алдынғылыҡ бирмәгән ағайлы-ҡустылы Мансур һәм Ғәзинур Ҡыҙрасовтар үҙҙәрен был юлы ла уңышлы һынап ҡараны. Йөрәктәрен устарында тотоп, күҙ эйәрмәҫ ҙур тиҙлектә бейеклекте ауыҙлыҡлаусыларҙы ҡарап тороусылар алдында һыр бирмәй, ҡолап китһәләр ҙә яңынан аяҡҡа баҫып, баҫып шыуыр оҫталыҡ етмәгән ерҙә ултырып, ятып шыуып булһа ла дистанцияны үттеләр. Тамашаны ҡараусылар ҙур ҡәнә­ғәтлек менән һәр ҡат­на­шыусыны алҡышлап сәләмләне.
Был башланғысты яҡын-ти­рәләге ауылдар халҡы ла дәррәү күтәреп алды. 23 февраль – Ватанды яҡлаусылар көнөнә арнап, Әбеш ауылы биләмәһендәге Вәзәм ауы­лының Төйлөгән тауы битләүендә тағы ла яҡшыраҡ кимәлдә үткәрергә, саңғы ярышы менән аралаштырып алып барырға тигән ҡарар ҡабул итеп, дәртләнешеп таралдылар был матур саранан. Ауылдаштарым «Сәләмәт тәндә – сәләмәт рух» тигән саҡырыуҙы күптән тормош девизы итеп алған.

Был үҙенсәлекле сараның барышын “Бәйләнештә” сел­тәрендә Фаяз Әбдел­мәновтың диуарына инеп ҡарарға мөм­кин. “Сноуборд-шоу – Парапалдан шыу” тип аталған видеола Әбеш ауылының хозурлығы, Парапал тауының мәғрурлығы менән бергә башҡорт егет­тәренең оҫталығы иҫ киткес матур итеп тө­шөрөлгән. Ысын Олимпиада уйындары ары торһон! Сноубордсылар юлында тәбиғи ҡаршылыҡ – тауҙа үҫкән селек ҡыуаҡтары, ә трамплин урынына ҡая-таш өйөмдәре! Бө­гөнгө мәҡәләлә телгә алынған кешеләрҙең ихлас телмәрен, сәләмәт тормошҡа саҡырыуын тыңлап күңел ҡанатлана, ошо минутта уҡ тороп, саңғы алып, ап-аҡ ҡарлы, ҡояшлы, саф һауалы тауға юлланғы килә.
Хәйбулла районының иң мөһабәт тауы булған Пара­палдың аҡ битләүен сноуборд менән йырғыслап эҙ һалыусы һәр кемде лә бөгөнгө көн батыры тип әйтергә була. Атанан күргән – уҡ юнған тигәндәй, ауылдың малай-шалайҙары сноуборд итеп яраҡлаш­тырылған саңғы­ларын тотоп, көн дә тау итәгендә хәҙер.





Автор: Миләүшә ҠЫҘРАСОВА.
Фото: Автор фотоһы


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға