«Йәшлек» гәзите » Спорт » Спорт клубтары артасаҡ



22.01.2011 Спорт клубтары артасаҡ

Республика Президентының ҡушыуы буйынса төбәктә спорттың бер нисә төрө – тау саңғыһы һәм сноуборд, бокс, Ғабдрахман ҡадиров исемендәге техник спорт төрҙәре, ауыр һәм еңел атлетика, спорт һәм художество гимнастикаһы, шорт-трек, саңғы уҙышы һәм футбол буйынса спорт клубтары асыласаҡ. Улар республика бюджетынан финанс­ланасаҡ.
Төбәк башлығы йәштәр сәйәсәте һәм спорт министры Александр Никериндың 129 балалар спорт мәктәбен ҡала һәм район хакимиәттәренең физик культура һәм спорт буйынса комитеттары ҡарамағына күсереү тураһындағы тәҡдимен хупланы. Муниципаль берәмектәр спорт мәктәптәрен яңы инвентарь менән тәьмин итәсәк. Автобус бүлеү мәсьәләһе лә ҡарала.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға