«Йәшлек» гәзите » Спорт » Өфөлә Европа мотоуҙышсылары йыйыласаҡ



21.01.2019 Өфөлә Европа мотоуҙышсылары йыйыласаҡ

8 – 9 февралдә Өфөлә боҙҙа мотоуҙыш буйынса Европа чемпионаты уҙасаҡ.

Ул баш ҡалабыҙҙа һигеҙенсе тапҡыр үткәреләсәк. Быға тиклем Европаның иң көслө мотоуҙышсылары 1964, 1965, 2003, 2010, 2013, 2016 һәм 2017 йылдарҙа көс һынаша. Беренсе чемпион булып билдәле яҡташыбыҙ Ғабдрахман Ҡадиров һанала. Киләһе йылына тағы бер яҡташыбыҙ – Борис Самородов та Европа беренселегендә еңеүсе була. Унан һуң инде Дмитрий Буланкин – өс, Николай Красников – ике һәм Андрей Шишегов бер тапҡыр Европа «алтын»ын яулай.



Автор: Нур ҠӘҘЕРБАЕВ
Фото: Автор фотоһы



Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға