«Йәшлек» гәзите » Спорт » Өфөлә II Рәсәй-Ҡытай уйындарында рәсәйҙәр 41 миҙал яуланы



19.12.2018 Өфөлә II Рәсәй-Ҡытай уйындарында рәсәйҙәр 41 миҙал яуланы

Баш ҡалабыҙҙа II Рәсәй-Ҡытай йәштәренең ҡышҡы уйындары тамамланды. Ярыш йомғаҡтары буйынса Рәсәй йыйылмаһы 41 миҙал яуланы, Ҡытай спортсылары иҫәбендә — 31 миҙал.

Рәсәй-Ҡытай йәштәренең ҡышҡы уйындары Башҡортостандың баш ҡалаһында 16-18 декабрҙә уҙҙы. 200-гә яҡын спортсы хоккей, шорт-трек, фигуралы шыуыу, саңғы ярышы һәм сноуборд буйынса көс һынашты.

Ярыштарҙың төп судьяһы булып легендар хоккейсы Вячеслав Фетисов сығыш яһаны. Сараны ябыу тантанаһынан һуң Ҡытайҙың йәш спортсылары билдәле чемпиондан автограф алыу өсөн оҙон сиратҡа баҫты.





Автор: "Башинформ"
Фото: "Бәйләнештә" селтәренән


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға