«Йәшлек» гәзите » Спорт » Интрига, интрига һәм тағы ла интрига...



15.01.2011 Интрига, интрига һәм тағы ла интрига...

«Салауат Юлаев» командаһы сираттағы икенсе уйынын лидерҙарҙың береһе – «Локомотив» менән үҙ боҙонда уҙғарҙы. Һуңғы өс осрашыуҙа Вячеслав Быковтың тәрбиәләнеүселәре бер генә мәрәй яулағас, дәғүәсенең кем булыуына ҡарамаҫтан, матур уйын күрһәтеп, меңәрләгән көйәрмәнен ҡыуандырмаҡсы булды һәм маҡсатына лайыҡлы рәүештә иреште. Иң мөһиме шул: осрашыуға интрига өҫтәп, голдарҙың береһенән-береһе матурын индереп, «Өфө-Арена»ны саҡ урынынан ҡуҙғалтманы... Юлаевсылар халыҡҡа ҙур спорт байрамы бүләк итте. ҡыуандырҙы, дуҫлаштыр­ҙы... сөнки шатлыҡ уртаҡ ине. Бына ошондай уйындар ҡарар өсөн боҙ һарайына йөрөй ҙә инде меңәрләгән кеше.
Уңышҡа Кондратьев, Клепиш, Зиновьев, Свитов, ике тапҡыр капитаныбыҙ Козлов һәм тыуған көнөн билдәләгән Антипов өлгәште. Дөйөм иҫәп хужалар файҙаһына – 7:6. ҡунаҡтар ҙа өфөләрҙең ҡапҡаһын «ут»ҡа тотто. Бер саҡ хатта ике шайба айырма менән алға ла сыҡты. Бында ҡапҡасыбыҙ Виталий Колесниковтың да өлөшө бар һымаҡ. Тик уйынсыларыбыҙ уны ғына түгел, ә осрашыуҙы ҡотҡарып ҡалып, дөйөм еңеү яуланы. Хәҙер юлаевсылар иҫәбендә 81 мәрәй һәм алтынсы урын.
Бөгөн беҙҙең егеттәр «Атлант»ҡа ҡаршы һынау тотасаҡ. Мытищи командаһы әлегә 68 мәрәй менән турнир таблицаһының 10-сы баҫҡысында урынлаш­ҡан.
ҡалған уйындарға килгәндә, плей-офф зонаһына эләгеү өсөн көрәш ҡыҙғандан-ҡыҙа бара. Инде, моғайын да, бар өмөтөн юғалтҡан «Автомобилист», тырмашып ятып, ҡаҙанда урындағы «Аҡ барс»ты 2:1 иҫәбенә отто. «Амур» ҙа, нервыларын ҡаҡшатайым әле тигәндәй, эшкә тотондо. Улар «Барыҫ»ты 5:3 иҫәбенә ҡыйратты. Новокузнецкиҙың «Металлург»ы, яҙмышына ышанып, мәрәйҙәр таратыуын дауам итте. Был юлы улар «Югра»ны ҡыуандырҙы. Иҫәп – 0:2, «Югра» файҙаһына.
Германияла старт алған биатлон буйынса донъя кубогының бишенсе этабы Рәсәй командаһына, ниһа







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға