«Йәшлек» гәзите » Спорт » Рәсәй көрәште Бельгия менән башлаясаҡ



13.12.2018 Рәсәй көрәште Бельгия менән башлаясаҡ

2020 йылда буласаҡ футбол буйынса Европа чемпионатында ҡатнашыуға дәғүә иткән командаларҙың йәрәбәһе уҙҙы.

55 команда 10 төркөмгә бүленеп, киләһе йылда көрәште башлай. Рәсәй йыйылма командаһы «I» төркөмөнә эләгеп, ике путевка өсөн Бельгия, Шотландия, Кипр, Ҡаҙағстан һәм Сан-Марино футболсылары менән осрашасаҡ. Улар 21 мартта Бельгия уйынсылары менән осраша. Төркөм уйындары 19 ноябргә тиклем дауам итәсәк. Беренселеккә барыу өсөн беҙҙең футболсылар­ға төркөм осрашыуҙары һөҙөмтәһе буйынса икенсе урындан да аҫҡа төшмәҫкә кәрәк. Дәғүә­селәренә килгәндә, Бельгия менән Шотландия ғына беҙгә торошло команда. Ә инде ҡалғандарын үтерлек тип һанарға мөмкин.

Чемпионат Европаның 12 ҡалаһында уҙасаҡ. Йәғни уны Лондон, Рим, Мюнхен, Дублин, Глазго, Амстердам, Бильбао, Копенгаген, Будапешт, Бухарест, Баҡы һәм Санкт-Петербург ҡалалары ҡабул итәсәк. Питерҙа «В» төркөмөнөң өс уйыны һәм бер сирекфинал осрашыуы үтәсәк. «В» төркөмөнә иһә Португалия, Украина, Сербия, Литва һәм Люксембург командалары эләккән. Ҡалғандарында, йәғни «А» төркөмөндә – Англия, Чехия, Болгария, Черногория, Косово, «С» төркөмөндә – Нидерланд, Германия, Төньяҡ Ирландия, Эстония, Беларусь, «D» төркөмөндә – Швейцария, Дания, Ирландия, Грузия, Гибралтар, «E» төркөмөндә – Хорватия, Уэльс, Словакия, Венгрия, Әзербайжан, «F» төркөмөндә – Испания, Швеция, Норвегия, Румыния, Фарер утрауҙары, Мальта, «G» төркөмөндә – Польша, Австрия, Израиль, Словения, Македония, Латвия, «H» төркөмөндә – Франция, Исландия, Төркиә, Албания, Молдавия, Андорра һәм «J» төркөмөндә Италия, Босния һәм Герцеговина, Финляндия, Греция, Әрмәнстан, Лихтен­штейн командалары көс һына­шасаҡ.





Автор: Н.Ҡәҙербаев
Фото: Редакция архивынан


Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға