«Йәшлек» гәзите » Спорт » «Һәр тау саңғыһы курортында балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе булырға тейеш»



15.01.2011 «Һәр тау саңғыһы курортында балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәбе булырға тейеш»

Башҡортостан Президенты республикала тау саңғыһы буйынса балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәптәре булдырыу инициативаһы менән сығыш яһаны. Был мәктәптәрҙе эшләп килеүсе «Абҙаҡ», «Яҡтыкүл», «ҡандракүл» һәм «Өйәҙетау» (Октябрьский ҡалаһы) тау саңғыһы курорттары базаһында асыу күҙаллана.
Рәсәйҙең Тау саңғыһы һәм сноуборд федерацияһы президенты Светлана Гладышева әйтеүенсә, спортҡа кесе йәштән нигеҙ һалына, ә балалар-үҫмерҙәр спорт мәктәптәре – буласаҡ чемпиондар шөғөлләнгән урын, шунлыҡтан федерация үҙ сиратында Башҡортостанда балалар һәм үҫмерҙәр тау саңғыһы мәктәптәре ойоштороуҙа методик ярҙам күрһәтергә әҙер.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға