«Йәшлек» гәзите » Спорт » «Себер» – антирекорд, СКА рекорд ҡуя



03.10.2018 «Себер» – антирекорд, СКА рекорд ҡуя

«Себер» – антирекорд, СКА рекорд ҡуя
«Себер» хоккейсылары 11 осрашыу рәттән еңелеп, КХЛ беренселегендә антирекорд ҡуйҙы. Быға тиклем «Витязь» клубы бер йыл ошо уҡ хәлгә ҡалһа ла, тик улар өҫтәмә йә буллит серияһында еңелеп мәрәйле булғайны.
Новосибирск уйынсылары миҙгел барышында баш тренерын алмаштырып та, ҡумтаһына һаман бер мәрәй ҙә һала алмай йонсой. Ә бына СКА командаһы ҡапҡаһын 297 минут 37 секунд «ҡоро» килеш ҡалдырып, КХЛ рекордын яңырта. Уҙған миҙгелдә ЦСКА ҡапҡасылары 280 минутҡа тиклем ҡапҡаһына гол үткәртмәгәйне. Шулай ҙа ул йәһәттән «Лада»ға етеүселәр юҡ әле. Улар КХЛ-ға тиклем Рәсәй чемпионатының 2003/04 миҙгелендә ҡапҡаһын 306 минут буйы «ҡоро» тота. «Салауат Юлаев» командаһы ла быйылғы миҙгелдә бер уйында ҡапҡаһы артын ҡыҙыл утһыҙ уҙғарҙы. Улар Силәбелә «Трактор»ҙы 5:0 иҫәбенә отто. Унан һуң «Динамо» (Минск) клубын да 3:1 иҫәбенә еңеп, ситтәге осрашыуҙарын уңышлы башланы. Бөгөн улар «Витязь» командаһына һынау тота.
Әлегә юлаевсылар, 17 мәрәй яулап, Көнсығыш конференцияһында өсөнсө. Юғарыла – һаман да еңелеү белмәҫ «Автомобилист» (20 мәрәй). «Авангард» (18 мәрәй) – өсөнсө. Көнбайышта СКА менән «Йокерит» алдынғылыҡты бирмәй. Уларҙың иҫәбендә 16-ар мәрәй.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға