«Йәшлек» гәзите » Спорт » «Себер»ҙе «Салауат Юлаев» та йәлләмәне...



24.09.2018 «Себер»ҙе «Салауат Юлаев» та йәлләмәне...

«Себер»ҙе «Салауат Юлаев»  та йәлләмәне...
«Салауат Юлаев» командаһы үҙ майҙанындағы өсөнсө осрашыуын «Себер» уйынсылары менән уҙ­ғарҙы.
Новосибирск клубы өфөләр менән осрашыу алдынан ете уйындан бер мәрәй ҙә яулай алмай, КХЛ-да мәрәйһеҙ берҙән-бер команда булып ҡалыуын дауам итә ине. Һәм был юлы ла көйәрмәндәрен ҡыуандыра алманы. Юлаев­сылар ике уйын рәттән дәғүәселәренә бирелгәндән һуң әлегеһен 3:1 иҫәбенә алдыр­ҙы. «Себер», яңыраҡ баш тренерын алмаштырып та, һаман үҙ уйынын таба алмай ыҙалана. Киләһе дәғүәселәре «Аван­гард», «Аҡ барс», СКА командалары буласаҡ. Бына, исмаһам, һынау… Ә инде «Салауат Юлаев» хоккейсылары, һигеҙ осрашыуҙан һуң 11 мәрәй яулап, Көнсығыш конференцияһының өсөнсө урынын биләй. Әлегә «Ав­томобилист» клубы ғына һигеҙ уйында һигеҙ мәрәй яулап, барыһының араһында еңелеү тигән нәмәне белмәй. Финляндияның «Йоке­рит» командаһы ла бер тапҡыр ғына өҫтәмә ваҡытта отола. «Аван­гард» уйынсылары миҙгелде дәррәү башлап, «Метал­лург»­ҡа ғына көсө етмәне.
Киләһе уйынын өфөләр «Барыҫ» хоккейсылары менән уҙғара. Улар ҙа миҙгелде әүҙем башлағайны. Һуңынан «Сала­уат Юлаев» командаһы өс осрашыу­ҙан торған сәфәргә юлланасаҡ. Тәүге уйын – «Трактор» (24 сентябрь), ике көндән һуң – «Динамо» (Минск) һәм аҙаҡ­ҡыһы «Витязь» менән ҡаралған.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға