«Йәшлек» гәзите » Спорт » «Салауат Юлаев» Волковтан баш тартты



25.12.2010 «Салауат Юлаев» Волковтан баш тартты

КХЛ беренселегендә булған ҡыҫҡа ғына тәнәфестән һуң «Салауат Юлаев» командаһы осрашыуҙарын үҙ майҙанында башлап ебәрҙе. Улар Түбәнге Каманың «Нефтехимик» хоккейсыларын ҡабул итте. Өфөләр уйынға төрлө йәрәхәт алған төп уйынсылар – Роберт Нильсон, Якуб Клепиш, Томаш Староста һәм Александр Свитовһыҙ сыҡты. Шуны иҫәпкә алып, баш тренерыбыҙ «Толпар»ҙың йәш уйынсылары Кирилл Полозов менән Александр Панковты йәлеп итте һәм хаталанманы. Икеһе лә матур уйын күрһәтеп, һуңғыһы хатта гол индереп, үҙен һәм хоккей һөйөүселәрҙе ҡыуандырҙы. Ғөмүмән, юлаевсылар һөҙөмтәле уйнап, ҡунаҡтарҙы 5:3 иҫәбенә еңде. Отоусыларҙан һөҙөмтәгә Игорь Григоренко, Александр Панков, Кирилл Кольцов, Александр Радулов һәм Патрик Торесен иреште. Әлегә өфөләр, 68 мәрәй туплап, лидерҙан биш мәрәйгә ҡалышып, турнир таблицаһының дүртенсе баҫҡысында килә.
«Салауат Юлаев» тигәндән, һөжүмсе Игорь Волков, клуб етәкселеге менән уртаҡ ҡарарға килеп, команданан китте. Нишләйһең, яҡташыбыҙ үҙ уйынын таба алмай, клуб өсөн 23 уйын уҙғарып, бер генә тапҡыр уңышҡа өлгәшә. Әгәр иҫләһәгеҙ, ул 2008 йылда «Салауат Юлаев» командаһы составында Рәсәй беренселеге чемпионы булғас, ике миҙгел «Авангард»та сығыш яһай. Быйыл йәй ҡабаттан өфөләр составына ҡайтҡайны.

Алһыу ИШМӨХӘМӘТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға