«Йәшлек» гәзите » Спорт » Бер күтәреләләр, бер төшәләр...



30.10.2017 Бер күтәреләләр, бер төшәләр...

Бер күтәреләләр, бер төшәләр...«Салауат Юлаев» командаһы Көнсығыш конференцияһының аутсайдеры «Лада» уйынсыларын 4:1 иҫәбенә еңеп, һөҙөмтәгә өлгәшһә лә, әллә ни тотороҡло уйын күрһәтә алманы. Шул үҙ составындағы оҫта хоккейсылары арҡаһында ғына маҡсатына иреште. Ә бит ҡунаҡтар ваҡыты менән өҫтөнлөк итеп, юлаевсылар менән типә-тиң уйнаны. Бер ҡарағанда, фин белгесе етәкселегендә «Салауат Юлаев»тың уйыны башҡа миҙгелдәге сығышынан әллә нимәһе менән айырылмай. Юрзинов, Захаркин «баш» булғанда ла өфөләр ошолай уҡ, бер күтәрелеп, бер төшөп, көйәрмәндәрҙе ҡаҡшатты. Әлбиттә, команда уйынында гел генә уңыш булып та тормай, әммә юлаевсыларға нимәлер етмәгән кеүек, киләсәккә өмөт уятырҙай тотороҡлоҡ юҡ. Кем белә, бәлки, финдар плей-оффҡа ниндәйҙер әҙерлек эше алып баралыр. Тик унда барып етергә кәрәк бит әле. Ана бит, турнир таблицаһында ниндәй ҡыҙыу көрәш бара. Бер еңһәң, ҡапыл өҫкә күтәрелеп китәһең, бер юғалт­һаң, аҫҡа тәгәрәп төшкәнеңде һиҙмәй ҙә ҡалаһың. Әлеге турҙан һуң беҙҙең команда, 43 мәрәй яулап, үҙ конференцияһында 5-се урында. Плей-офф зонаһының һуңғы урынында килгән Ҡытай хоккейсылары ла өфөләр­ҙән тик алты мәрәйгә генә ҡалыша. Юғарыла әйткәнсә, командалар бер-береһенә йәбешерҙәй булып урынлаш­ҡан.
Көнбайышта ла шул уҡ хәл, әгәр лидер­ҙарҙы һанамағанда. СКА, ЦСКА һәм «Йокерит» командалары алға китеп, ҡалғандарҙан мәрәй айырмаһын күпкә арттырҙы. Ә бына башҡалары тығыҙ урынлашҡан.

«Салауат Юлаев» командаһының гол+пас системаһы буйынса бөгөнгө күрһәткесе

У. Гол+пас М.

һөжүмселәр
Л. Умарк 25 7+18 25
Й. Кемппайнен 26 10+12 22
Т. Хартикайнен 25 9+13 22
А. Федоров 24 3+11 14
Э. Лисин 25 6+7 13
И. Зубов 12 1+9 10
Д. Кокарев 23 6+3 9
И. Макаров 26 5+4 9
Е. Коротков 24 4+4 8
М. Майоров 23 2+4 6
А. Лазарев 15 2+3 5
Е. Бодров 20 2+3 5
В. Солодухин 17 4+0 4
Г. Кузьмин 5 1+1 2
М. Юньков 7 1+0 1

һаҡсылар
Ф. Ларсен 26 8+11 19
А. Логинов 24 3+4 7
З. Арзамасцев 26 1+5 6
Г. Панин 13 0+3 3
С. Гәрәев 25 0+2 2







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға