«Йәшлек» гәзите » Спорт » Биатлонсылар аптырата...



18.12.2010 Биатлонсылар аптырата...

Словенияла биатлон буйынса донъя кубогының өсөнсө этабы башланды. Ир-ат – 20, ҡатын-ҡыҙҙар 15 саҡрым араға йүгереп, шәхси беренселектә ярышты. Үкенескә күрә, Рәсәй биатлонсылары был юлы ла миҙалһыҙ ҡалды. Ир-аттарҙан иң яҡшы һөҙөмтәгә Алексей Волков менән Антон Шипулин өлгәште. Улар 18 – 19-сы урындарҙы бүлеште. Яҡташыбыҙ Максим Чудов, сәпкә биш тапҡыр яҙа атып, финишҡа тик 35-се булып килде. ҡыҙҙарыбыҙ иһә яҡшыраҡ сығыш яһаны. Ольга Зайцева – 5-се, Светлана Слепцова 10-сы булып бәйгене тамамланы. Белорет ҡыҙы Ольга Вилухина был юлы стартҡа сыҡманы.
Дөйөм алғанда, Рәсәй йыйылма командаһы иҫәбендә ни бары бер генә бронза миҙал бар. Ә инде лидер – Норвегия. Улар ете алтын, өс көмөш һәм бер бронза миҙал яулап, иң юғары күрһәткескә өлгәште. Беҙҙе хатта Украина менән Белоруссия спортсылары ла уҙып китте.
Алһыу ИШМӨХӘМӘТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға