«Йәшлек» гәзите » Спорт » «Аҡбуҙат», «Арғымаҡ»...



18.12.2010 «Аҡбуҙат», «Арғымаҡ»...

Башҡортостандың буласаҡ футбол командаһының исеме нисек булыр?

2018 йылда Рәсәйҙә үтәсәк футбол буйынса донъя чемпионаты Башҡортостанда футбол спорт төрөн үҫтереүгә тағы ла бер этәргес булды. БР Президенты Рөстәм Хәмитов белдереүенсә, Өфөлә һәйбәт команда булдырыласаҡ. Был йәһәттән билдәле белгестәр менән әүҙем һөйләшеү алып барыла. Маҡсат – ике-өс миҙгел эсендә Рәсәйҙең футбол элитаһына сығыу. Әлеге ваҡытта командаға исем эҙләү өҫтөндә баш ваталар. Төрлө тәҡдимдәр бар. «Сармат» өсөн күптәр ыңғай фекерҙә булһа ла, ул халыҡ араһында хуплау тапманы. Беҙҙең гәзит уҡыусыларыбыҙ ҙа ситтә ҡалмай, үҙҙәренең тәҡдимдәре менән редакцияға сығып, хаттар яҙа, шылтырата. Мәҫәлән, Учалынан Ислам Мөхәмәтйәнов командаға «Аҡбуҙат» йә «Арғымаҡ» исемен тәҡдим итә. Ә һеҙ нисек уйлайһығыҙ, хөрмәтле дуҫтар?







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға