«Йәшлек» гәзите » Спорт » Бил бирмәне батырҙар



18.12.2010 Бил бирмәне батырҙар

Бил бирмәне батырҙарУҙған һандарыбыҙҙың береһендә Салауат ҡалаһында үткән милли көрәш буйынса Башҡортостан беренселеге хаҡында яҙып үткәйнек. Унда еңеүселәр ҡаҙанда үтәсәк Рәсәй чемпионатында ҡатнашыу хоҡуғын яулағайны. Һәм бына яңыраҡ милли көрәш буйынса Рәсәйҙең «иң-иң» спортсылары келәмгә сыҡты.
Ярышҡа илебеҙҙең 30 командаһы, 300-гә яҡын көрәшсе килгәйне. Ике көн буйына барған көсөргәнешле бәйгелә Башҡортостан спортсылары дөйөм командалар араһында икенсе урынға сыҡты. Чемпиондар булып өлкәндәр араһында 75 кг ауырлыҡта Өфөнән Наил Мөхәмәтйәнов һәм Мәләүез районынан Альберт Рәхмәтуллин танылһа, үҫмерҙәрҙән 70 кг ауырлыҡта ҡыйғынан Артур Зөлҡәрнәев билдәләнде. Көмөш миҙалды өлкәндәрҙән Рушан Ильясов (60 кг), Вадим Зөлҡәрнәев (65 кг), Алик Яҡупов (70 кг), Алмас Әсәҙуллин (85 кг), Рәдиф Аҡсурин (100 кг), үҫмерҙәр араһында Илшат Зәкрин (65 кг) һәм Фәрит Мурсалов (75 кг) алды. Өсөнсө урынға көрәшсе-ветеран Әсләм Хафизов лайыҡ булып, барыһын хайран итһә, йәштәрҙән Руслан Йосопов (55 кг), Илсур Кантимеров менән Руслан Шәйхетдинов бронза миҙал менән бүләкләнде.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға