«Йәшлек» гәзите » Спорт » «Өфө» футболсылары тарих яҙа



17.03.2017 «Өфө» футболсылары тарих яҙа

«Өфө» футболсылары тарих яҙа
йәки Семактың тәрбиәләнеүселәре Рәсәй кубогының ярымфиналына сыҡҡандан һуң чемпионаттың бишенсе баҫҡысына үрләне

Улар башта Рәсәй кубогы өсөн сирекфиналда «Анжи» клубын 1:0 иҫәбенә еңеп, ярымфиналға сыҡһа, чемпионатта «Терек»ты – 1:0 һәм яңы уҙған турҙа «Крылья Советов» командаһын шул уҡ иҫәпкә отто. Шуныһын да билдәләге килә: беҙҙекеләр үҙ ҡапҡаһын «ҡоро» ҡалдырҙы. Бында, әлбиттә, баш тренер Сергей Семактың өлөшө ҙур. Ул быға тиклем билдәле «Зенит» клубында тренерлыҡ эшендә тәжрибә туплап, быйыл ғына команданы етәкләне һәм әле үк ярайһы ғына уңышҡа өлгәште. Хәҙер өфөләр, 19 уйындан һуң 31 мәрәй яулап, турнир таблицаһының бишенсе баҫҡысына үрләне. Икенсе-өсөнсө урындарҙы бүлешкән ЦСКА менән «Зенит» беҙҙән биш мәрәйгә өҫтөнлөк итә. «Зенит» тигәндән, ул уҙған осрашыуҙа «Амкар»ға 1:0 иҫәбенә еңелде. Беренселек лидеры – «Спартак» футболсылары «Анжи» командаһын 1:0 иҫәбенә отоп, 44 мәрәйе менән лидерлыҡ позицияһын нығыта төштө. Түбәндә – «Томь» (9 мәрәй). «Крылья Советов» менән «Арсенал» 15-әр мәрәй менән 14 – 15-се урындарҙы бүлешә.
Киләһе турҙа «Өфө» командаһы «Краснодар» (32 мәрәй, дүртенсе урын) менән уйнаясаҡ.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға