«Йәшлек» гәзите » Спорт » Өфөлә Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһының Йондоҙҙар матчы уҙҙы



20.01.2017 Өфөлә Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһының Йондоҙҙар матчы уҙҙы

Өфөлә Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһының Йондоҙҙар матчы уҙҙы
Көнсығыш йыйылмаһы был көрәштә Көнбайыш командаһынан 0:4 иҫәбе менән еңелде.
Алтынсы минутта уҡ Алевтина Штарева күпселектә иҫәпте аса. Һуңынан Александра Хусак өҫтөнлөктө икеләтә арттыра – 2:0.
«Көнсығыш» ҡыҙҙары уйында иҫәп буйынса ете тапҡыр өҫтөнлөктә булһа ла, ярышташын бер тапҡыр ҙа язалай алмай.
«Көнбайыштар» тағы ла ике тапҡыр мөмкинлектәре менән файҙалана: икенсе осор аҙағында Людмила Белякова һәм өсөнсө осор һуңында Анна Шохина индерә.
Шохина «Көнбайыштан» матчтың иң яҡшы уйынсыһы бүләген ала. Көнсығыш команда составында шундай уҡ бүләк Өфө «Ағиҙеленән» Ольга Сосинаға тейә.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға