«Йәшлек» гәзите » Спорт » «Феникс» — Континенталь кубогының тәүге еңеүсеһе



19.01.2017 «Феникс» — Континенталь кубогының тәүге еңеүсеһе

«Феникс» — Континенталь кубогының тәүге еңеүсеһеӨфөлә следж-хоккей буйынса Континент кубогы финалында илдең «Феникс»ы Италияның «South Tyrol Eagles» клубын ҡыйратты.
Следж-хоккей буйынса Континент кубогы тамамланды. Тәүҙә Чехияның «Спарта» командаһы, ҡытайҙарҙы 5:1 иҫәбе менән еңеп, бронза миҙалдар яуланы.
Һуңынан илебеҙҙең «Феникс»ы һәм Италияның «South Tyrol Eagles» клубы боҙға сыҡты. Бынан алдағы көсөргәнешле ярышта рәсәйҙәр еңгәйне. Иҫәп — 2:1.
Был юлы барыһы ла беренсе осорҙоң башында бер нисә минут эсендә хәл ителде. Тәүҙә Дмитрий Лисов — үҙ ҡапҡаһына, унан һуң Станислав Барыкин һәм команда капитаны Вадим Селюкин «Көньяҡ Тироль бөркөттәре» ҡапҡаһына тағы ла ике шайба индерҙе. Осор аҙағында иҫәп — 4:0.
Икенсе осорҙа итальяндар ҡапҡаһына бер генә шайба инде — 5:0.
Селюкин өсөнсө осор башында йәнә бер шайба ташланы, Иван Бердник та шайба индерҙе — 7:0. Осрашыу тамамланыуға бер минут ҡалғас ҡына итальяндар иҫәпте «боҙҙо». Шуға ҡарамаҫтан, «Феникс» — ошо Континенталь кубогының тәүге еңеүсеһе.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға