«Йәшлек» гәзите » Спорт » ЖХЛ "Йондоҙҙар матчы"н телевизорҙа ҡарағыҙ



18.01.2017 ЖХЛ "Йондоҙҙар матчы"н телевизорҙа ҡарағыҙ

ЖХЛ "Йондоҙҙар матчы"н телевизорҙа ҡарағыҙ
Ҡатын-ҡыҙҙар хоккей лигаһының "Йондоҙҙар матчы"н "Өфө-Арена" трибуналарынан тыш, телевидение аша ла күҙәтергә мөмкин буласаҡ.

Матчта 34 хоккейсы ҡатнашасаҡ: яланда һәр командала 15-әр һәм икешәр ҡапҡасы уйнай. "Запад"сыларҙы Лиганың ғәмәлдәге чемпионы "Торнадо" ЖКХ-һының баш тренеры Алексей Чистяков етәкләйәсәк. Ә "Восток"ты Өфө "Ағиҙел"енең баш тренеры Денис Афиногенов алға әйҙәйәсәк.

Боҙҙағы алышты КХЛ ТВ HD каналы 19 ғинуарҙа, киске сәғәт 7-се яртыла тура эфирҙа күрһәтәсәк. Шулай уҡ трансляцияны ЖХЛ сайтында һәм YouTube каналында алып барасаҡтар. "Башҡортостан юлдаш каналы" ла матчты күрһәтәсәк.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға