«Йәшлек» гәзите » Спорт » Биатлонсылар бәйгегә сыҡты



04.12.2010 Биатлонсылар бәйгегә сыҡты

Ниһайәт, биатлон һөйөүселәрҙе ҡыуандырып, донъя кубогының тәүге этабы старт алды. Швецияла уҙған бәйгелә ҡатын-ҡыҙҙар – 15, ир-аттар 20 саҡрымға атып ярышты. Беренсе булып стартҡа ҡыҙҙар сыҡты. Рәсәй командаһынан билдәле Ольга Зайцева, Светлана Слепцова, Анна Богалий-Титовец, Яна Романова, Екатерина Юрлова һәм яҡташыбыҙ, Белорет һылыуы Ольга Вилухина үҙҙәрен һынаны. Бәйге һөҙөмтәләре буйынса Романова – 5-се, Зайцева – 6-сы, Слепцова – 8-се, Вилухина – 21-се, Юрлова – 29-сы һәм Богалий 54-се урынды яуланы.
Ир-аттар ҙа әлегә ҡыуандырманы. Максим Максимов менән яҡташыбыҙ Максим Чудов 16 – 17-се урындарҙы бүлешһә, Антон Шипулин –19-сы, Алексей Волков – 24-се һәм Владимир Семаков 61-се булып финишҡа килде.

Алһыу ИШМӨХӘМӘТОВА.







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға