«Йәшлек» гәзите » Спорт » “Юлдаш”тар – беренсе!



07.04.2016 “Юлдаш”тар – беренсе!

Былтыр 27 майҙа матбуғат һәм киң мәғлүмәт өлкәһендә эшләүсе спортһөйәрҙәр тәүге тапҡыр Башҡортостан Республикаһының Журналистар берлеге кубогына волейболда көс һынашты. Ярыш аҙағында еңеүселәргә - республика гәзит-журналдары командаһына яуалап алынған награданы тапшырғанда, турнир йыл һайын үткәреләсәк тип иғлан ителде. Әйткән һүҙ – атҡан уҡ – үткән шаршамбыла журналистар тағы ла селтәрле майҙансыҡта осрашты.
Фатима Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһының спорт залында Башҡортостан юлдаш телевидениеһы, “Юлдаш” радиоһы, республика гәзит-журналдары һәм ветерандар командаһы осрашты.
Спортсылар етди әҙерләнгән. Ни тиһәң дә йыл әйләнәһенә һәр дүшәмбе-шаршамбы кисендә гимназия спорт залында осрашыу һөҙөмтәһен бирмәй ҡалмай. Былтыр гәзит-журналдарҙа эшләүсе спортсылар өҫтөнлөк яулағайны, быйыл да көстәре барлығын күрһәтте. Ләкин радио-телевидениела эшләүсе коллегалар бирешмәне, иҫәпте бер тигеҙ алып барҙы. Ярыш аҙағында “Юлдаш”тарҙың бер генә тубы еңеүҙе хәл итте.
Көсөргәнешле турнирҙың һөҙөмтәләре ҡыуандырҙы:
1-се урын - “Юлдаш” радиоһы;
2-селә - республика гәзит-журналдары;
3-сө урында - Башҡортостан юлдаш телевидениеһы;
дүртенселә – ветерандар.
Һөҙөмтәлә БР Журналистар берлегенең күсмә кубогы быйыл “Юлдаш” радиоһы редакцияһын биҙәйәсәк. Бөтә уйынсыларға ла журналистар берлеге һәм «Мин - Илһөйәр» гражданлыҡ-патриотик тәрбиә төбәк йәмәғәт ойошмаһы (етәксеһе – Руслан Зарипов) әҙерләгән шөһрәтнамәләр, иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды. Ф. Мостафина исемендәге 20-се башҡорт гимназияһының директоры Илдар Азат улы Моталовҡа спортсыларға шөғөлләнергә һәм ярышырға мөмкинлек биргәне өсөн рәхмәт белдерәбеҙ.
Айбулат ИШНАЗАРОВ,
Эдуард ДИЛМӨХӘМӘТОВ фотоһы

“Юлдаш”тар – беренсе!
“Юлдаш”тар – беренсе!
“Юлдаш”тар – беренсе!
“Юлдаш”тар – беренсе!
“Юлдаш”тар – беренсе!







Сайтҡa күcергәБаҫып cығарырға